Ҡырым ҡаласығы (Ростов өлкәһе)
Ҡырым ҡаласығы — Хазар ҡағанаты осорондағы, неолит ваҡытындағы тораҡ. Ростов өлкәһе Усть-Донецк районының Ҡырым хуторы эргәһендә урынлашҡан.
Иҫтәлекле урын | |
Ҡырым ҡаласығы
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Усть-Донецк районы, Ростов өлкәһе |
Тарихы
үҙгәртергәРостов өлкәһендә электән халыҡ тығыҙ йәшәгән. Биләмәләрҙең күпселеге йылға ярҙарында ултырған. Бер үк урында кешеләр төрлө тарихи осорҙарҙа урынлашҡан. Таш быуат һәйкәлдәренең күпселеге шулай уҡ йылғаларҙың бейек ярында ултыра. Неолит дәүерендәге ҡаласыҡтарҙың берһе Ростов өлкәһенең Усть-Донецк районынындағы Ҡырым хуторы эргәһендә табыла. Ҡаласыҡ Дон йылғаһының (хәҙер Сухой Донец) элекке йырынының уң яҡ бейек ярындағы үҙәндә була. Бынан тирә-яҡ яҡшы күренә һәм биләмәне һаҡлау өсөн бик мөһим була.
Ҡырым хуторы эргәһендә табылған ҡаласыҡ урынында «Хазар проекты» программаһы сиктәрендә археологик экспедиция ҡвҙыныу эштәре алып бара. Ҡаласыҡ боронғо комплексты кәүҙәләндерә һәм уның эсенә хәҙер Кочетовская утрауы, Төньяҡ Донец тамағындағынан алып Раздорская станцияһына тиклем урынлашҡан боронғо биләмәләр инә. Археология ҡомартҡыһыбеҙҙең эраға тиклем VIII—XI быуатҡа ҡарай. Был урында урынлашҡан тораҡ һәм биләмәләр Семикаракорск хазар ҡәлғәһенә буйһона һәм ҡәлғә гарнизонын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп тора.
Ҡаласыҡ һәм уның урынында табылған әйберҙәр тураһында В. М. Пудавов менән биолог Богачев яҙып сыға. Бында ҡыҙыҡлы объекттарҙан эшкәртелгән таштар, таш юл, керамика элементтары, керамика һыу торбалары табыла.
Ҡаласыҡ территорияһында шулай уҡ неолит осорондағы предметтар табыла. Улар араһында: балсыҡ яндырыу мейестәре, шарап өсөн ергә соҡоп ултыртылған керамик һауыттар. Ҡаласыҡ халҡы яйлап күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсә бара. Неолит осоронда улар балсыҡ менән һыланған ҡамыштан эшләнгән ярымер торлаҡтарҙа йәшәй. Табылған әйберҙәр салт-маяц мәҙәниәтенә (булғарҙар һәм аландар) ҡарай.
Ҡаласыҡ территорияһында шулай уҡ 140 ҡәбер булған зыярат табыла. Көньяҡ федераль университет студенттары һәм ғалимдары экспедициялары ваҡытанда һөйәкте игәү деталдәре, тирмән ташы, туҡыу станогы предметы, тимерҙе эшкәртәкндән ҡалған юнысҡы, салт-маяц мәҙәниәтенең керамика өлөштәре һ.б. табыла.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Цыбрий А. В. Неолитические памятники Восточного Приазовья // Неолит -энеолит Юга и неолит Севера Восточной Европы (новые материалы, исследования, проблемы иеолитизации регионов). СПб: ИИМК РАН, 2003.-С. 41-55.