Ҡырым ауылы музейы

Ҡырым ауылы музейы — Ростов өлкәһе Мясниковский районы Ҡырым ауылындағы тарихи-этнография музейы. Ҡырым ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. 1987 йылда халыҡ исеме ала. Ауыл музейында әрмәндәрҙең Ани тармағының тарихы, тормошо һәм күнкүреше менән танышырға мөмкин[1].

Ҡырым ауылы музейы
Асылған ваҡыты 1980 йылдың 16 феврале
Нигеҙләүсе Гайка Андирасович Поповян
Урынлашыуы Ростов өлкәһе Крым ауылы
Директор Алвард Лусегеновна Поповян
Ҡырым ауылы музейы (Ростов өлкәһе)

Музей адресы: 344113, Ростов өлкәһе, Ҡырым ауылы, Мясникян урамы. Мәҙәниәт йорто.

Музей тарихы

үҙгәртергә

Әрмән мәҙәниәтенең халыҡ музейы Ростов өлкәһе Мясниковский районының Ҡырым ауылында урынлашҡан. Ауылдың хәҙерге әрмәндәре бында Ҡырымдан күсеп килгән әрмәндәрҙең тоҡомо.

Ҡырым ярымутрауында төрлө ваҡыттарҙа Бөйөк Әрмәнстандан, Кесе Азиянан һәм Болгариянан күсеп килгән әрмәндәр йәшәй. Унда алты быуат йәшәп, Екатерина II -сенең 1778 йылдың 9 мартындағы указы буйынса, хәҙерге Ростов өлкәһенең ерҙәренә үҙ ирке менән күсереп ултыртылғандар. Донда әрмәндәр колонияһы 1779 йылда барлыҡҡа килә. Ҡырымдың ҡала халҡы Нахичевань ҡалаһына күсеп ултыра, ә ауыл халҡы — Чалтырь, Топти (Ҡырым), Мец Сала (Оло Салы), Султан Сала һәм Несвита (Несветай) ауылдарына күсә. Ҡырымда йәшәп, әрмәндәр әрмән теле диалектын, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ көнкүреше элементтарын һаҡлағандар. Күсеп килеүселәргә дин тотоу иреклеге бирелә. Уларға сиркәүҙәр һәм сиркәү манаралары төҙөргә, сиркәү йолалары атҡарырға, бөтә әрмәндәрҙең юғары патриархына — эчмиадзин католикосына ғына буйһонорға ирек бирелә. Тарихи документтар, әрмән мәҙәниәте һәм көнкүреше предметтары 1980 йылда ауылда төҙөлгән тарихи-этнография музейында тупланған. Музейҙың беренсе мөдире Айка Андирасович Поповян була. Поповян оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә эшләй, унда ауыл тарихы мөйөшө булдыра. Ләкин ваҡыт үтеү менән был «бәләкәй музей» ауыл халҡының үҫә барыусы рухи талабын ҡәнәғәтләндермәй башлай. 1979 йылда Лукашин исемендәге колхоз идараһы (етәксеһе Г. А. Срабионян) Ҡырым ауылында ауыл тарихы музейы төҙөргә һәм уға ауылдағы мәҙәниәт йортоноң бер өлөшөн бирергә ҡарар итә. Мәҙәниәт йорто эргәһендә XIX быуат аҙағы — XX быуат башында төҙөлгән эшләүсе Изге Ҡотҡарыусы Мәсих сиркәүе (әрмәнсә Սուրբ Ամենափրկիչ, Сурб Аменапркич) урынлашҡан.

Ауыл мәҙәниәт йортоноң 600 урынлыҡ тамаша залы, китапханаһы бар. Музей фондында 1340 предмет, китап һәм документтар бар. Материалдар хронологик тәртиптә ҡуйылған, ауылға нигеҙ һалынған датанан —  1779 йылдан һәм беҙҙең көндәргә тиклем. 1987 йылда Ҡырым ауылы музейына СССР мәҙәниәт Министрлығының Бойороғо менән «Халыҡ музейы» исеме бирелде.

Экспозицияһы

үҙгәртергә

Музей экспонаттары ауыл һәм өлкә халҡы тарафынан йыйыла. Шулай, Хачерес Григорьевич Гайбарян ауыл тимерлеге, крәҫтиән арбаһы, Лукашин йорто макетын эшләй; С. А. Тирацуян музейға боронғо балсыҡ кувшин бүләк итә; З. А. Хачикян — XIX быуат бизмәне бирә һәм башҡалар. Музейҙа ҡуйылғандар: екке үгеҙ өсөн ағас ҡамыт, иләнмәгән тиренән сабата (чарохи), йөн гольф (халчины)) һәм башҡалар. Музейҙа билдәле ҡырым династиялары вәкилдәре — Чубаровтар һәм Айдиновтар, билдәле спортсмендар — Я. В. Ялтырян, К. М. Термалаян, М. А. Деремян һәм башҡалар тураһында материалдар йыйылған.

Музей экспозицияһында, Дон әрмәндәре вәкилдәре булып торған, әрмәндәрҙең аний тармағы тарихы һәм мәҙәниәте, күп милләтле Мясниковский районы тарихы күрһәтелгән. Бында шулай уҡ XVIII быуат аҙағы — XX быуат башы биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре ҡуйылған. Музейҙа әһәмиәтле тарихи фотографиялар, документтар һәм ҡулъяҙмалар бар. Музей материалдарын Ростов тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре Нелли Григорьевна Фрадкина һәм рәссам Давид Исаакович Кобрин системаға һала.

Музей, Ростов тыуған яҡты өйрәнеү музейы, урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы «Сурб-Хач», Әрмәнстандың Милли тарихи музейы менән бәйләнеш тота.

2005 йылдан музей менән Алвард Лусегеновна Поповян — әүҙем тормош позицияһы алып барған кеше, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм журналист етәкселек итә. 2005 йылдан музейҙың төп фонды өс тапҡырға артҡан, ҡыҙыҡлы экспонаттар, документтар һәм фотографиялар йыйылған, яңы стендтар булдырылған.

Музей үҙенең макеттары һәм экспонаттары менән генә түгел, ә тағы ла музей асылған саҡтағы кеүек үк, һаман да әүҙем эҙәрмәндәр эше барыуы менән уникаль, «Эҙләнеү» клубы эшләй. Клуб эше арҡаһында унлаған ҡырымлылар ҡәберлектәре табыла. Туғандары ахыр сиктә, тиҫтә йылдар үткәс, һәләк булғандарҙың ҡәберендә булырға, уларҙы хөрмәтләп иҫкә алырға мөмкинлек алдылар. Беренселәрҙән булып Деремян Асватур Карапетович, Андонян Капрел Асватурович, Бабиян Семен Михайлович һәм башҡаларҙың ҡәберлеге табыла.

Илдең бөтә мөйөштәренән һәм хатта сит илдәрҙән Ҡырым музейына ярҙам һорап һәм хөрмәт өсөн рәхмәт әйтеп хаттар килә. Шулай, музейҙы һәләк булғандарҙың изге хәтирәһе урыны тип атай башлағандар. Тимәк, музей йәшәй, эшләй.

  • Додохян С. Двойной праздник / С. Додохян // Заря коммунизма. — 1985. — 28 февр. — С. 6.
  • Крымский музей — хранитель истории армянского народа // Наше время. — 1994. — 5 июня. — С. 2.
  • Присвоено звание народного: [Музею села Крым] // Заря коммунизма. — 1987. — 31 окт.
  • Саргсян О. Присвоено звание народный / О. Саргсян // Заря коммунизма. — 1987. — 30 окт. — С. 1.
  • Шагинян С. Сохранили самобытность нации: [О музее с. Крым] / С. Шагинян // Заря коммунизма. — 1989. — 30 сент. — С. 4.
  • Шагинян С. Хранитель истории / С. Шагинян // Заря коммунизма. — 1989. — 17 окт. — С. 2.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  Тышҡы рәсемдәр
  http://apopovyan.narod.ru/index/muzej_sela_krym/0-10