Ҡылйебәк — ҡылйебәктәр ғаиләһенә ҡараған паразит үҫемлек заты[1].

Таралышы

үҙгәртергә

Яҡынса 170 төрө билдәле, тропиктарҙан алып уртаса бүлкәттәргә тиклем таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә. Төрлө үҫемлектәрҙә (картуф, тал, әлморон һ.б.) паразит булып йәшәгән бер йыллыҡ үлән[2][3]. Республикала башлыса Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында осрай.

Ботаник яҙма

үҙгәртергә

Ҡылйебәк тулыһынса тиерлек япраҡтарын һәм тамырҙарын юғалтҡан. Һабағы үрмәле, еп йәки бау һымаҡ, һарғылт, йәшкелт‑һары йәки ҡыҙғылт төҫтә, шыма йәки сөйәлле. Сәскәһе ваҡ, аҡһыл, алһыу, йәшкелт төҫтә, йомғаҡ, башаҡ йәки шар рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — 1—4 орлоҡло ҡумта. Карантин ҡый үләне. Ҡылйебәк хужа‑үҫемлектең туҡымаһына һурғыстары (гаусториялары) менән үтеп инә һәм уның һуты менән туҡлана, йыш ҡына үҫемлек һәләк була. Бесәнгә сабылған ҡылйебәк менән зарарланған үлән яй кибә һәм күгәрә, туҡлыҡлы булыуын юғалта; малда ауырыуҙар тыуҙыра[4]. Ҡылйебәк шулай уҡ үҫемлектәрҙең йоғошло ауырыуҙарын таратыусы булып тора. Клевер ҡылйебәге — аҙ йыллыҡ ҡый үләне. Клеверҙа, люцернала һ.б. паразит булып йәшәй. Орлоҡ аша (2,5 меңгә тиклем орлоҡ) үрсей[5].

Көрәш саралары

үҙгәртергә

Үҫемлектәр карантины, сәсеү әйләнешен һаҡлау, орлоҡтарҙы таҙартыу, тупраҡты тәрән туңға һөрөп эшкәртеү, бөтә шытымдарын юҡҡа сығарыу һ.б.

  • Миркин Б.М. Экология растительности сельскохозяйственных земель Башкирии. Уфа, 1990;
  • Захаренко А.В., Кираев Р.С. Регулирование взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Cuscuta

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡылйебәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.