Ҡушаяҡ
Ҡушаяҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Отряд: Кимереүселәр
Ырыу: Ер ҡуяндары
Төр: Ҡушаяҡ
Латинса исеме
Allactaga major
(Kerr, 1792)
Синонимы
  • Allactaga jaculus
ITIS 609739
NCBI 233182

Ҡүшаяҡ, ер ҡуяны[1] йәки ялман [2] (Allactaga major, Большой тушканчик ) — Азияла, Африкала, Европаның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә йәшәй, башлыса үҫемлек менән туҡлана, ҡыш көнө йоҡоға тала, ҡайһы саҡта игенгә зарар килтерә торған, алғы аяҡтары бик ҡыҫҡа, артҡы аяҡтары һәм ҡойроғо бик оҙон айырым кимереүселәр[3]; кимереүселәр отрядына ҡараған, оҙон артҡы аяҡтары менән һикереп йөрөй торған нәҙек оҙон ҡойроҡло дала йәнлектәре ғаиләһе[4]. Дала, ярымдала, полеарктика далаһы шырттарында йәшәргә яраҡлашҡан кимереүселәр төркөмөн берләштерә.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 857

Уларҙың кеүҙәһе, ғәҙәттә, 4—25 см оҙонлоҡта була, ҡойроғо кәүҙәнән оҙонораҡ 7—30 см. Ҡойроҡ осо аҡлы-ҡаралы бумала менән тамамлана. Ҡойроҡ осондағы бумала йүгергәндә руль булып хеҙмәт итә.

Һырты ҡыҙыл-көрән йәки һарғылт, аҫты аҡ. Ҡойроғо ҡара, осо һоро. Ирендәрендә өнөндә йәшәргә ярҙам итә торған оҙон ҡаты мыйыҡтары бар. Артҡы аяҡтары алғыларына ҡарағанда бер нисә тапҡыр оҙонораҡ. Ҡолактары ҙур, оҙон һәм тар. Тирән итеп ҡаҙылған өндәрендә йәшәй, улар ҡышлай торған, даими, көндөҙге, ваҡытлы төрҙәргә бүленә. Төндә әүҙемдәр. Көҙөн йоҡоға тала. Ҡушылыу апрельдә — йоҡо тамамланыуға уҡ башлана. Йөклөлөк осоры айҙан артыҡ дауам итә. 1−4 бала килтерә. Үләнсел үҫемлектәрҙең ер өҫтө һәм ер аҫты өлештәре менән туҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф. С. Мурзакаев, 2001)
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
  3. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
  4. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)