Ҡутырбаш
Ҡутырбаш — (лат. Knáutia arvénsis ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Ҡутырбаш | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||
|
Таралышы
үҙгәртергәЯҡынса 50 төрө билдәле, Европаның, Көнбайыш Азияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үлән.
Ботаник яҙма
үҙгәртергәҺабағы төҙ, ябай, бейеклеге 30—200 см. Япрағы ҡапма-ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ телемле (һирәгерәк бөтөн), һабаҡ япраҡтары — ултырма, сиратлы, һабаҡты яртылаш уратҡан, бөтөн ситле, аҫҡылары — һаплы. Сәскәһе ваҡ, аҡ, һары, алһыу зәңгәр төҫтә, ике енесле, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел; тығыҙ ялпаҡ ярымшар формаһындағы тумалаҡ сәскәлеккә йыйылған. Тажы һәм тышҡы каса япрағы көпшә, эскеһе — сынаяҡ аҫты һымаҡ, тешле, һеркәсе 4-әү. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль—сентябрҙә өлгөрә.
Файҙаланыуы
үҙгәртергәМал аҙығы, декоратив, баллы үҫемлек. Баҫыу Ҡутырбашы бөтә республикала ҡыуаҡлыҡтар араһында, болондарҙа, урман ситтәрендә; эндемик татар Ҡутырбаш Башҡортостандың Урал алдында киң япраҡлы урмандарҙа үҫә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1957. — Т. XXIV. — С. 14—15. — 501 + XVII с. — 2500 экз.
- Н. В. Илюшечкина. Оценка жизненности особей и ценопопуляций Knautia arvensis (Dipsacaceae) // Вестн. Казанск. гос. аграрн. ун-та. — Казань: Казанс. гос. аграрн. ун-т, 2009. — В. 1. — Т. 11. — С. 122—127. — ISSN 2073-0462. — полный текст в формате PDF, 240 kb (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2010)
- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 1236. Knautia arvensis (L.) Coult. — Короставник полевой // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2004. — Т. 3. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 275. — ISBN 5-87317-163-7.
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |