Ҡурған дәүләт университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Ҡурған дәүләт университеты» (ҠДУ) — Ҡурған ҡалаһындағы университет. Ҡурған өлкәһенең иң ҙур юғары уҡыу йорто.

Ҡурған дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1995
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡурған
Урын Рәсәй
Уҡыусылар һаны 10 000
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Диапазон IPv4 62.165.63.0/24[2] һәм 85.143.32.0/22[3]
Диапазон IPv6 2001:b08:8::/48[4]
Рәсми сайт kgsu.ru[5]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Курганского государственного университета[d]
Карта
 Ҡурған дәүләт университеты Викимилектә

Иҡтисад һәм хоҡуҡ институты корпусы

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт комитетының Ҡурған дәүләт университеты Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 сентябрендәге 990-сы указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт комитетының Ҡурған машиналар эшләү институтын һәм Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Ҡурған педагогия институтын ҡушыу юлы менән булдырыла.

Институттар йәш университетҡа квалификациялы кадрҙарын, фәнни мәктәбен һәм ҡырҡ йыллыҡ традицияларын тапшыра. Бай матди-техник база Ҡурған дәүләт университетын фәнни эҙләнеүҙәр һәм инновациялар үҙәге яһай. 500-ҙән ашыу уҡытыусы студенттарға үҙҙәренең белемен һәм тәжрибәһен тапшыра, шуларҙан 300-ҙән ашыуы фән кандидаты һәм 60-тан ашыуы фән докторы. 23 уҡытыусы Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәптәренең атҡаҙанған хеҙмәткәре, 75 Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, 15 профессор атҡаҙанған машиналар төҙөүсе, иҡтисадсы, юрисы, уйлап табыусы, РФ рационализаторы, атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре маҡтаулы исемдәрен йөрөтә. Университетта практиктар: банк етәкселәре, юғары ранг идарасылары, үҙ өлкәһендә тәжрибәле белгестәр ҙә уҡыта.

Университет гуманитар, социаль-иҡтисади һәм техник һөнәрҙәр белгестәре әҙерләй. Университет 10 корпуста урынлашҡан. Әҙерлек майҙаны 52400 м²-ҙан ашыу булған уҡыу-лаборатория базаһында алып барыла.

Институттары

үҙгәртергә
  • Иҡтисад һәм хоҡуҡ институты; директоры: Татьяна Юрьевна Майборода
  • Гуманитар институты; директоры: Денис Николаевич Маслюженко
  • Педагогика, психология һәм физик культура институты; директоры: Наталья Федоровна Усынина
  • Политехник институты; директоры: Давыдова Марина Вадимовна
  • Тәбиғи фәндәр институты; директоры: Шаров Артем Владимирович
  • Математика һәм интеллектуаль системалар институты; директоры: Полякова Елена Николаевна

Ятаҡтары

үҙгәртергә

Ситтән килгән студенттарға ятаҡ бирелә. Меңгә яҡын уҡыусы секция һәм коридор тибындағы дүрт ятаҡта йәшәй. Һәр институтҡа үҙ ятағы нығытылған, урындар һаны сикләнгән. 2012 йылда университеттың бөтә корпустары һәм дөйөм ятаҡтары йыһазландырыла.

Ректорҙары

үҙгәртергә
  • Терехов Александр Сергеевич, 1995 йылдың 4 декабренән (тәғәйенләнгән, 1996 йылда һайланған) 2002 йылдың 14 майына тиклем.
  • Бухтояров Олег Иванович, 2002 йылдың 14 майынан 2012 йылдың 3 апреленә тиклем.
  • Вазифаһын башҡарыусы Скиндерев, Роман Владимирович, 2012 йылдың 3 апреленән (һайлана, һөҙөмтәһе ризаһыҙлыҡ тыуҙыра) 2015 йылдың 28 июленә тиклем.
  • Вазифаһын башҡарыусы Ерихов, Михаил Максович, 2015 йылдың 28 июленән менән 2016 йылдың 8 июненә тиклем.
  • Вазифаһын башҡарыусы Прокофьев Константин Георгиевич, 2016 йылдың 8 июненән 2019 йылдың 17 июненә тиклем.
  • Дубив, Надежда Викторовна, 2019 йылдың 20 июненән (тәғәйенләнә, 2020 йылда һайлана).

Ҡурған машиналар эшләү институты ректорҙары

үҙгәртергә
  • Радько, Константин Иванович, ғинуар 1960—1965
  • Сычев Алексей Яковлевич, 1965—1970
  • Мосталыгин, Григорий Петрович, 1970—1986
  • Глазырин, Аркадий Васильевич, 1986—1990
  • Терехов Александр Сергеевич, 1990—1995

Ҡурған педагогия институты ректорҙары

үҙгәртергә
  • Кондрашенков, Алексей Алексеевич, 1955—1968
  • Сазонов, Александр Дмитриевич, 1968—1995
  • Кузнецов Александр Павлович, 1995—1998

Атаҡлы тамамлаусылары

үҙгәртергә
  • Богомолов Олег Алексеевич (1950 йыл 4 октябрь) — Ҡурған өлкәһе губернаторы 1996—2014 йылдарҙа, ҠМИ-ны 1972 йылда тамамлай.
  • Бухтояров, Александр Иванович (1949 йыл 26 ноябрь) — Ҡурған өлкәһе губернаторының беренсе урынбаҫары, ҠМИ-ны 1972 йылда тамамлай.
  • Гальцев, Юрий Николаевич (12 апрель 1961) — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
  • Герасимов, Валентин Павлович (28 май 1940) — 1991 йылдан алып 1995 йыл буйынса Ҡурған өлкәһе хакимиәте башлығы, ҠМИ-ны 1965 йылда тамамлай.
  • Горбенко, Вадим Федорович (22 июль 1940 — 15 декабрь 2013) — РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (грек-рим көрәше буйынса), ҠДПИ-ны 1972 йылда тамамлай.
  • Гурко, Михаил Николаевич (1946 йыл 30 ғинуар) — IV саҡырылыш Ҡурған өлкә думаһы депутаты, ҠДПИ-ны 1969 йылда тамамлай, 1976 йылда ҠМИ-ны тамамлай.
  • Жукоцкий, Владимир Дмитриевич (6 март 1954) — Рәсәй философы һәм политологы, Рәсәйҙә дин философияһы һәм мәҙәниәте, социаль-сәйәси фекер һәм марксистик фәлсәфә тарихы өлкәһендә белгес, ҠДУ-ны 1976 йылда тамамлай.
  • Квашнин Анатолий Васильевич (15 август 1946) — армия генералы, ҠДУ-ны 1969 йылда тамамлай.
  • Кожевников Павел Михайлович (ырыу. 18 сентябрь 1971) — Рәсәй сәйәсмәне, Ҡурған ҡалаһының 3-сө Башлығы.
  • Мистюкевич, Ирина Владимировна (17 июнь 1977) — Рәсәй еңел атлеты. Сиднейҙа XXVII йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша, ҠДУ-ны 1999 йылда тамамлай.
  • Мухортикова, Екатерина Алексеевна (1988 йыл 27 ғинуар) — ушу-саньда буйынса 7 тапҡыр Рәсәй чемпионы.
  • Панафидин, Игорь Алексеевич (1933 йыл 15 май — 4 апрель 2012) — Ҡурған өлкәһе халыҡ депутаттары Советы рәйесе урынбаҫары, ҠДУ-ны 1967 йылда тамамлай.
  • Порубов, Дмитрий Борисович (1981 йыл 17 март) — «Психея» төркөмө лидеры.
  • Потанин, Виктор Федорович (14 август 1937) — Рәсәй яҙыусылар Союзы ағзаһы, ҠДУ-ны 1958 йылда тамамлай
  • Родькин, Евгений Викторович (1951 йыл 20 декабрь — 6 март 1996) — Рәсәй Федерацияһы Геройы.
  • Рублев Сергей Владимирович (15 октябрь 1974, Ҡурған) — Рәсәй шахматсыһы, гроссмейстер (1994), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1998).
  • Томилова, Нелли Федоровна (29 июнь, 1941) — ветерандар араһында еңел атлетика буйынса СССР, Рәсәй, Европа чемпионы, донъя чемпионатының көмөш һәм бронза призеры.
  • Тяжельников, Вячеслав Михайлович (18 август 1950) — Рәсәй сәйәсмәне, Ҡурған ҡала башлығы вазифаһын башҡарыусы 20.11.2012-12.12.2012.
  • Якубов Семен Семенович (1947 йыл 17 июль) — инженер-конструктор һәм спортсы-автогонщик.
  • Якушев Александр Георгиевич (24 октябрь 1952) — Ҡурған ҡала хакимиәте етәксеһе, 1981 йылда тамамлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=62.165.63.0%20-%2062.165.63.255&type=inetnum
  3. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=85.143.32.0%20-%2085.143.35.255&type=inetnum
  4. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:b08:8::/48&type=inet6num
  5. Google Knowledge Graph — 2012.