Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы

юғары уҡыу йорто

Юғары белем биреү федераль дәүләт мәғариф учреждениеһы «Т. С. Мальцев исемендәге Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы» (Ҡурған ГСХА) — ауыл хужалығы производствоһы өсөн белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорто,(ауыл хужалығы академияһы) Ҡурған өлкәһе Ҡурған ҡала яны биҫтәлә, Кетов районы Лесниково ауыл биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы
Нигеҙләү датаһы 1941
Рәсми атамаһы Курганский сельскохозяйственный институт
Кем хөрмәтенә аталған Терентий Семёнович Мальцев[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡурған
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2]
Рәсми сайт ksaa.zaural.ru

Ауыл хужалығы академияһы Ҡурған ҡалаһынан 18 километрҙа Тубыл йылғаһы буйында урынлаша. 1941 йылда Ҡурғанға Полтава социалистик ауыл хужалығы инженерҙар институты эвакуациялана. СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарарына ярашлы, 1944 йылдың 31 ғинуарында уның базаһында Ҡурған ауыл хужалығы институтына ойошторолған. Уҡыу йорто кисектермәйсә, уҡыу процесын туҡтатып та тормай, ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләргә тотона. Тәүҙә ике факультет: агрономия һәм зоотехния эшләй, барлығы 100-гә яҡын кеше уҡый, ә беренсе сығарылыш 13 белгес кенә тәшкил итә; уҡыу корпустары Куйбышев һәм Совет урамдарында урынлашҡан була.

1949 йылда барлыҡҡа килгән ситтән тороп уҡыу факультеты ауыл өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса ҙур эш башҡара.

1962 йылда хөкүмәт ҡарары буйынса Лесниково ауылы янындағы яңы базаһында юғары уҡыу йортоноң эре ауыл хужалығы комплексы төҙөлә башлағандан һуң институттың үҫеүе башлана.

1994 йылда институт Ҡурған дәүләт ауыл хужалығы академияһы тип үҙгәртелә, ә 1995 йылда уға ғалим, халыҡ академигы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы Терентий Семёнович Мальцев исеме бирелә.

Әлеге ваҡытта «Т. С. Мальцев исемендәге КГСХА» — 5 уҡыу корпусы, 7 студент ятағы, Мәҙәниәт һарайы, академия территорияһында Преподобный Сергий Радонежский ғибәҙәтханаһы төҙөлгән.

Факультеттары

үҙгәртергә

Филиалдары

үҙгәртергә
  • Петуховский ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм механизациялау техникумы (директоры — Дроздецкий Алексей Николаевич)
  • Ҡортамыш ауыл хужалығы техникумы (директоры — Цибирев Сергей Александрович)
  • Чашинский дәүләт аграр-технологик колледжы (директоры — Безбородова Наталья Александровна)

Ректорҙары

үҙгәртергә
  • Малышев Николай Максимович (1944-1952)
  • Бугаев Николай Фомич (1952-1964)
  • Кун Иван Рафаилович (1964-1984)
  • Павлов Виктор Дмитриевич (1984-2008)
  • Подгорбунских Павел Ефимович (2008-2016)
  • ФСБ генерал-майоры Владимир Юриевич Левитский (2016-2019)
  • ваҡытлыса вазифа башҡарыусы Скиндерево Роман Владимирович (май—сентябрь 2019)
  • Чумаков Владимир Геннадьевич (2019 йылдың сентябренән)

Тамамлаусылар

үҙгәртергә
Основная категория: Выпускники Курганской государственной сельскохозяйственной академии

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ