Ҡорғаҙаҡ (мәмерйә)
Ҡорғаҙаҡ мәмерйәһе — Әй йылғаһы ҡушылдығы Каменка йылғаһы үҙәнендәге мәмерйә. Административ яҡтан Силәбе өлкәһенең Һатҡы районында, Межевой ҡасабаһы һәм Алексеевка ауылы араһында урынлашҡан, тәбиғәт ҡомартҡыһы. Тәүге тапҡыр мәмерйә тураһында XVIII быуаттың икенсе яртыһында телгә алына, уны академик Петр Симон Паллас һүрәтләй.
Ҡорғаҙаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Ҡорғаҙаҡ Викимилектә |
Мәмерйәгә инеү урыны Ҡорғаҙаҡ үҙәненең уң яҡ битләүендә 20 метр самаһы бейеклектә, Әй йылғаһынан 150 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Оҙонлоғо — 530 м, тәрәнлеге — 16 м. Мәмерйә . девондың эзбизташ ҡатламында барлыҡҡа килгән һәм короидорлы- ҡыуышлы типтағы карст ҡыуышлығынан тора, бер-береһе менән үтеү юлы менән берләшкән өс ҙур залы бар. Мәмерйә эсендә — ер аҫты боҙлоғо. Мәмерйәлә булған һарҡындылар тулыһынса тиерлек туристар тарафынан юҡҡа сығарылған. Мәмерйә Силәбе өлкәһе Башҡарма комитетының халыҡ депутаттары советының 1969 йылдың 21 ғинуарындағы 29-сы һанлы приказы менән тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иғлан ителә. Мәмерйәгә инеү өлөшө ярғанаттарҙың йәшәү урыны булып тора.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Карточка пещеры на сайте Областного Государственного учреждения «Особо охраняемые природные территории Челябинской области»