Ҡауҡылдаҡ ябалаҡ
Ҡауҡылдаҡ ябалаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ябалаҡ һымаҡтар
Ғаилә: Ябалаҡтар
Ырыу: Һөмәйҙәр
Төр: Ҡауҡылдаҡ ябалаҡ
Латинса исеме
Strix uralensis
Pallas, 1771
Ареал
рәсем
ITIS 555433
NCBI 36305

Ҡауылдаҡ ябалаҡ (Длиннохвостая неясыть )(лат. Strix uralensis) - ябалаҡтар ғаиләһендәге ҡош.

Strix uralensis uralensis
Ҡауҡылдаҡ ябалаҡ

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Ҡарғанан ҙурыраҡ. Осҡанда киң ҡанаттары һәм һалыныңҡырап торған оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты аҡ һәм ҡара таптар, менән сыбарланған һарғылт һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара-көрән буй-буй таплы аҡһыл һоро. Күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә, һоро ябалаҡтан ҙурыраҡ булыуы һәм оҙон ҡойроғо менән айырыла.

Тауышы тоноҡ ҡына: «һу-һу-һу» йәки «һау-һау-һау». Эт өргән тауыш сығара. Ата ҡоштоң йыры("Һайрауы")"уув-ув-ув", инә ҡоштоҡо - "ыы-ыу-ыу-ыу"

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Кимереүселәр, ваҡ ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас башында, ҡайПы ваҡыт ағас ҡыуышында була. 3—4 бөртөк аҡ йомортҡа һала'. Сысҡандарҙы ҡырып, бер аҙ файҙа килтерә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә