Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты бинаһы (Санкт-Петербург)

Мәҡәләлә ҡатын-ҡыҙҙар институтының әлеге заманда булған бинаһы тураһында һүҙ бара. Был бина xx быуат башында Санкт-Петербургта төҙөлгән

Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты бинаһы — өлөшләтә өс ҡаттан торған 4 ҡатлы кирбес бина ХХ быуат башында Санкт-Петербургтың Петроград районындағы Кесе Посад урамындағы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта А. И. Герцен исемендәге Рәсәй педагогия институтының уҡыу корпусы итеп файҙаланыла.

Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты бинаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты бинаһы (Санкт-Петербург) Викимилектә

Бинала беҙҙең көндәргә тиклем конструкция элементтарының төп нөсхәһе һәм архитектураһы үҙгәрешһеҙ һаҡланған.

Тарих үҙгәртергә

Санкт-Петербургтың Кесе Посад урамында Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтының бинаһы тора. Был бина 1904-1906 йылдарҙа яңынан үҙгәртеп төҙөлгән, проекттың авторы булып архитекторҙар Алексей Зазерский һәм Василий Старостин тора. XIX быуат аҙағында бында Кабель заводы корпусы урынлашҡан була, ул архитекторҙар Пирвица Федор һәм Чижов Матвей проекты буйынса төҙөлгән.

1813 йылда Ҡатын-ҡыҙҙар институты төҙөлгән ерҙең хужаһы сауҙагәр Бельскийҙың вариҫтары булған. 1877 йылда был ерҙе Ярославль губернаһы крәҫтиәне Иван Осипович Шахов һатып алған булған, ә 1893 йылда күрше участканы генерал-майор Медведев Иван Петрович һатып алған. 1904 йылда был участкаларҙың хужалары ерҙе император ҡатыны Марияның педагогия институтына һатҡандар. Шунан һуң бында булған ҡоролмалар үҙгәртеп төҙөлгән һәм уларға өҫтәп яңыларын төҙөй башлағандар. 1906 йылдың 14 сентябрендә институтты тантаналы асыу үткәрелә, һәм был хәл ҡала тормошондағы мөһим тарихи ваҡиға булып тора. Бина эсендәге сиркәү төҙөкләндерелә һәм изгеләндерелә[1].

1912—1913 йылдарҙа был бина янында архитектор Д. Д. Зайцев проекты буйынса Константиновский ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы төҙөлә. Уның уҡыусылары Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтының сиркәүе менән файҙаланып йөрөгәндәр.

1917 йылдың октябрь революцияһынан һуң институт һәм уның менән бергә бинаһы 1-се Петроград дәүләт педагогия институты тигән исем аҫтында үҙгәртелә, ә 1922 йылда ул А. И. Герцен исемендәге педагогия институты менән берләшә. Шулай уҡ бина был уҡыу йортона ҡарай. 1920-се йылдарҙа бинала шулай уҡ № 178 мәктәбе урынлаша һәм эшләй[2].

 
Фасадтың күренеше
 
Йорттоң биҙәлеше

Архитектура үҙгәртергә

Бинаның беренсе ҡатында вестибюль, ҡабул итеү бүлмәһе, гимназия, башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, кәнсәләр һәм бер фатир урынлашҡан. Икенсе ҡатта ике фатир һәм хакимиәт бүлмәләре, шулай уҡ институттың табип бүлмәһе, физиология, химия, физика лабораторияһы, китап һаҡлағыс, китапхана һәм филология бүлегенең бер өлөшө урынлаша. Бинаның өсөнсө ҡатында — филология бүлегенең төп өлөшө, тәбиғи бүлектең бүлмәләре — минералогия, ботаника, география кабинеттары, сиркәү, административ бүлмәләр, директор фатиры һәм тамаша залы урынлаша. Бинаның дүртенсе ҡатында аш-һыу, кер йыуыу бүлмәләре, келәт, кер үтекләү бүлмәһе һәм хеҙмәтселәр бүлмәһе торған була. Бина пар-һыу менән йылытылған һәм унда елләткес тә эшләгән[3].

Ҡоролмалағы сиркәү тамаша залынан һүтелмәле бүлкә менән айырылып тора, сиркәүенең эсе ун етенсе быуат стилендә башҡарылған. Иконостас ағасы штамплы ҡурғаш менән ялатылған фольга менән көпләнгән. Бындай хеҙмәт хаҡы 15 мең һум тирәһе торған.

Йорт фасады модерн һәм норенессанс стиле элементтары менән эшләнгән. Ҡоролманың ихатаға ҡараған яғы «кирбес стиле»ндә төҙөлгән[4].

Хәҙерге торошо үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта был төҙөлөш А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты ихтыяждары өсөн ҡулланыла. Бында юғары квалификациялы белгестәр әҙерләйҙәр һәм тәжрибәләре булған педагогтар ҙа белемен күтәреүҙе дауам итә[5].

Документ үҙгәртергә

Распоряжение Комитета по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры Правительства Санкт-Петербурга от 18.06.2018 г. № 247-р г. Санкт-Петербург. «О включении выявленного объекта культурного наследия в единый государственный реестр объектов культурного наследия (памятников истории и культуры) народов Российской Федерации в качестве объекта культурного наследия регионального значения "Здание Женского педагогического института", об утверждении границ и режима использования территории объекта культурного наследия».

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Производственные корпуса Кабельного завода - Женский Педагогический институт, Модерн, Архитектор Старостин В. В., Зазерский А. И., Малая Посадская ул., 26. Дата обращения: 4 декабрь 2020.
  2. Здание одного из первых в Российской Империи вузов для женщин признано региональным памятником - Официальный сайт Администрации Санкт‑Петербурга. Дата обращения: 4 декабрь 2020.
  3. Производственные корпуса Кабельного завода - Женский Педагогический институт, Модерн, Архитектор Старостин В. В., Зазерский А. И., Малая Посадская ул., 26. Дата обращения: 4 декабрь 2020.
  4. Санктъ-Петербургъ1703 - Здание Женского педагогического института. Дата обращения: 4 декабрь 2020.
  5. Официальный сайт университета имени А.И. Герцена | Безымянная страница. Дата обращения: 4 декабрь 2020. 2021 йыл 13 апрель архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә