Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев/Тәҡдимдәр
Башҡорт Википедияһы тәҡдимдәре
Википедия мөмкинлектәрен өйрәнеү һәм уҡыу-уҡытыу барышында ҡулланыу маҡсатында киләһе эштәрҙе тормошҡа ашырырға тәҡдим итәбеҙ, уларҙы тормошҡа ашырыусы ирекмәндәрҙе көтәбеҙ, Мәғариф министрлығынан һәм башҡа рәсми ойошмаларҙан ғәмәли ярҙам һорайбыҙ:
- Башҡа сит тел бүлектәрендәге методик материалдарҙы һайлап алып башҡорт һәм рус теленә тәржемә итергә, йәки улар нигеҙендә яңыларын яҙырға;
- Ҡыҫҡа видео-дәрестәр төшөрөргө һәм Викимилеккә, Ютубҡа һалырға;
- Теләге булған уҡытыусыларҙан төркөмдәр төҙөргә һәм оҫталыҡ семинарҙарҙы үткәрергә;
- Уҡыусылар өсөн Википедия һәм Башҡортостан википедистары менән танышыу дәрестәре ойошторорға;
- 2019 йылдың ноябрь айында БДУ йәки БДПУ базаһында “Википедия + Мәғариф конференцияһы”н үткәрергә, сит илдәрҙән һәм Рәсәй өлкәләренән тәжрибәле ирекмәндәрҙе спикер итеп саҡырырға.
- 2019-2020 уҡыу йылынан башлап уҡыусыларҙың каникул ваҡытында ял итеп лагерҙарында маҡсатлы вики төркөмдәр ойошторорға.
- Википедия менән шөғөлләнеүсе уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек итеүсе ирекмәндәрҙе дәртләндереү сараларын күрергә.