Википедияның мәғарифтағы роле

Рөстәм Нурыев, (Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы), Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

Слайд 1.
Һаумыһығыҙ, абруйлы ҡорҙоң хөрмәтле ҡатнашыусылары.
Мин ирекмәнлек нигеҙендә 14 йыл Башҡорт Википедияһын төҙөү менән шөғөлләнәм. Бөгөнгө сығышымды «Википедияның мәғарифтағы роле» тип атаным.

Слайд 2. Нимә ул Википедия? Википедия — универсаль интернет энциклопедия, халыҡ-ара кимәлдә алып барылған глобаль проект. 2001 йылдың 15 ғинуарынан башлап төҙөлә. Википедияның 304 тел бүлегендә барлығы 50 миллион мәҡәлә бар. Google, Facebook, YouTube, Amazon Alexa, Yandex сайттары Википедия мәғлүмәтен киң ҡуллана.

Слайд 3.
Википедияның тиҫтәнән ашыу төрлө маҡсатлы туғандаш проекттары бар. Улар барыһы ла кешелек туплаған ғилемде һәр кемгә үҙ туған телендә ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Туған телдә мәғлүмәт булдырыу милләттең әүҙемлегенә бәйле. Киң танылыу яулаған глобаль проектта башҡорттарҙың да өлөшө бар. Бөгөн башҡорт бүлеге мәҡәләләр һаны буйынса Википедияның иң яҡшы 100 проект исемлегенә инә.

Слайд 4.
Башҡорт Википедияһында «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған. Әлеге ваҡытта дөйөм йөкмәткеһе 15 миллион һүҙҙән торған 48 мең мәҡәлә бар. Уларҙы көн һайын 15-17 мең тапҡыр уҡыйҙар.

Слайд 5.

Илем, халҡым, телем тип янып йәшәгән утыҙлап ирекмән-мөхәррир Башҡорт Википедияһының төп көсө булып тора. Улар рәтендә Белорет районының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, съезд делегаты Сәриә Ҡаһарманова ла бар.

Слайд 6.

Башҡорт телендә үҙаллы Википедия һәм Викидәреслек, Викимилектә һәм Викидатала, Рус Викияңылыҡтарында башҡорт бүлеге асылған. Инкубаторҙа башҡортса Викиһүҙлек, Викикитапхана, Викиөҙөмтә үҫтерелә. Башҡорт ирекмәндәре халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән төрлө сараларҙа даими ҡатнаша.

Слайд 7.
Балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, 2012 йылдан әүҙем ирекмән-мөхәррир Гүзәл Ситдиҡова мөрәжәғәте менән күп кенә хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар Башҡорт Википедияһына килде. Улар үҙҙәренең әүҙемлеге һәм лидерлыҡ позициялары менән айырылып тора. «Вики-өләсәйҙәр» исеме менән донъяла танылыу һәм ихтирам яуланылар. Вики-өләсәйҙәрҙең береһе, 44 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған Минһылыу Абдуллина менән күргәҙмә залында яҡындан таныша һәм аралаша алаһығыҙ.

Слайд 8.
Әүҙемдәрҙең дә әүҙеме булған википедистар Бөрйән районында вики-клуб ойошторҙо. Улар барыһы ла хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, ғилем таратыу эшен дауам итә. Википедияға ярҙам итеү тураһында район хакимиәте ҡарарын әҙерләнеләр, төрлө саралар, шул иҫәптән уҡыусылар менән вики-осрашыуҙар үткәрәләр.

Слайд 9.
Мәғлүмәт һанлыға әйләнә барған ваҡытта Википедия — телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Википедия менән шөғөлләнеү заман талаптарына тура килгән һәләттәрҙе үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай.


Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге халыҡ-ара ЮНЕСКО ойошмаһы 2013 йылда Википедияны яңы дәүерҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлек символы тип таныны

Слайд 10. һәм Википедияға нигеҙ һалыусы Джимми Уэйлсты Нильс Бор исемендәге Алтын миҙал менән бүләкләне.


Слайд 11. ЮНЕСКО шулай уҡ уҡыу йорттарында Викимедианың мәғариф программаһын да ҡулланырға тәҡдим итә. Был программа ғәмәлдәге уҡыу-уҡытыу программаларына ярҙамсы ҡушымта, барлыҡ фәндәргә лә яраҡлаштырып була. Донъяның 80 илендә программа ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашырыла ла инде.

Слайд 12. Шул иҫәптән Википедияны Мәскәү дәүләт университетында, Иҡтисадттың Юғары мәктәбендә, Мәскәү физика техник университетында, Петрозаводск дәүләт университетында уңышлы файҙаланалар. Татарстандың «Сәләт» йәштәр һәм үҫмерҙәр берләшмәһендә «Вики-мәктәп» эшләй башланы.

Слайд 13.
Бөтә илдәрҙә булған тәжрибәне туплау һәм башҡаларға еткереү маҡсатында Викимедианың махсус сайты булдырылған, унда байтаҡ уңышлы тәжрибә тупланған. Беҙгә лә уларҙы өйрәнергә, үҙебеҙгә яраҡлаштырырға һәм киңерәк файҙаланырға кәрәк.

Слайд 14.
Башҡорт Википедияһын башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, дәрестән тыш сараларҙа ҡулланырға мөмкин. Бында күп төрлө темаларға, шул иҫәптән башҡорттарҙың теле, әҙәбиәте, тарихы, мәҙәниәтенә арналған бихисап мәҡәләләр тупланған, уларҙы дәрес конспекты, реферат, презентация һәм башҡа үҙаллы эштәрҙе башҡарғанда файҙаланырға була.

Слайд 15.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәҡәләләр махсус категорияларға (Категория: Башҡорт теле һәм Категория: Башҡорт әҙәбиәте) тупланған.

Слайд 16.
Темала үтелгән автор тураһында Википедиянан (Шәйехзада Бабич), Викимилектән (Category:Shajhzada Babych), Викикитапханан (Category:Шәйехзада Бабич) мәғлүмәт алып дәрестә ҡулланырға була.

Слайд 17.
Шул уҡ ваҡытта Википедия — ул бер туҡтауһыҙ үҫеүсе проект, уға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Уҡыусыларға, тема буйынса ҡаралған инша һәм рефераттар урынына, төшөнсәләр йәки әҫәрҙәр тураһында Википедия мәҡәләләре яҙыу, уҡытыусыларға үҙҙәренең методик материалдарын Викидәреслеккә, Викикитапханаға, Викимилеккә бушлай ҡуйыу мөмкинлеге бар.

Слайд 18.

Мәғлүмәтте ҡулланыу уңайлы булһын өсөн тематик порталдар, проекттар, исемлектәр төҙөргә, мәҡәләләрҙе тематик категорияларға тупларға, кәрәкле материалды ҡағыҙға баҫтырып алырға йәки файлға күсерергә була. Был көндәрҙә «Башҡорт әҙәбиәте» порталы төҙөлдө, башҡорт телендә яҙылған әҫәрҙәр исемлеге асылды. Проекттарҙы артабан дауам итергә, йөкмәткеһен тулыландырырға кәрәк. Һеҙҙең арағыҙҙан ижади эшкә ҡушылыусылар булыр тип өмөтләнәбеҙ.


Википедияны Башҡортостан мәктәптәрендә, шул иҫәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыуҙы юлға һалып ебәреү өсөн мин һанап киткән

Слайд 19.

һәм һанамаған «кәрәк» саралар бик күп. Әммә, тәү сиратта, хыялдарҙы тормошҡа ашырырға теләгән ирекмәндәр кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ирекмәндәрҙе дәртләндереүсе, матди ярҙам итеүсе дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары булһын ине. Башҡорт Википедияһының теләктәре ишетелер, өмөттәре аҡланыр тип ышанам.


Слайд 20.

Шуның менән сығышым тамам.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.