Ҡата
Ҡата (башҡ. ҡата) — башҡорттарҙың күн аяҡ кейеме. Ҡунысһыҙ ҡата шулай уҡ Волга буйы, Урта Азия, Кавказ халыҡтарында ла булған.
Ҡатаның[1] үксәһе бар, табаны ҡаты, башы киң. Аяҡ кейемен ике күн киҫәкте беркетеп, ат ялы йәки киндер менән ҡуша тегәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр ир-егеттәр өсөн тәғәйенләнгән аяҡ кейемдәре була.
Ҡата төрҙәре
үҙгәртергәҠатаның төрлө төрҙәре бар: шайтан ашыҡҡа тиклем (калуш ҡата, күн ҡата), 12 см ҡуныслы ҡата, киндер ҡуныслы ҡата, буҫтау ҡуныслы ҡата. Бейек ҡатаны металл айыл менән биҙәгәндәр.
Ҡата кейеү тәртибе
үҙгәртергәҠатаны, ғәҙәттә, ойоҡ — буҫтау (тула ойоҡ), кейеҙ (кейеҙ ойоҡ), бәйләнгән (йөн ойоҡ) ойоҡ йәки силғау менән кейгәндәр.
Башҡортостандың ҡайһы бер төбәктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар аҡ буҫтау ҡуныслы ҡата кейгәндәр. Ҡунысы аяҡ тирәләй бау менән урып нығытыла.
Ҡатаны биҙәү
үҙгәртергәЙыш ҡына ҡата төҫлө йөн суҡтар менән, тимер сигә, даға менән биҙәлгән. Ҡатаның буҫтау ҡунысына башҡорт милли биҙәктәре — кәкерсәктәр, мөгөҙ, өсмөйөш — һалынған. Аппликацияларҙың төп төҫө — ҡыҙыл. Ул йылылыҡ, ут, ҡан символы булған.
Байрамға ғына һәм көн дә кейә торған ҡаталар булған. Уны туй тантаналарына ла кейгәндәр.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы. Баш редакторы Илһамов М. А. 3 т. З-К. 2007. ISBN 978-5-88185-064-7.; Башҡорт энциклопедияһы фәнни баҫмаһы, Өфө ҡалаһы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шитова С. Н., тәрж. Р.Х. Сәғитова. Ҡата // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- РФ Музей фонды каталогы 2015 йыл 26 май архивланған.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Башкирская обувь «ката» 2015 йыл 26 май архивланған.