Ҡасыпутырған
Ҡасыпутырған — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы бәләкәй йылға, Томан йылғаһы ҡушылдығы. Диңгеҙ кимәленән 503,0 метр бейеклектән ағып төшкән шишмәләр һыуҙарынан хасил була. Тауҙар араһынан аға, тәүҙәрәк Томан[1] йылғаһына параллель рәүештә тиерлек ағып бара, ике километр саһы араны үткәс, Томан йылғаһына ҡоя.
Ҡасыпутырған | |
Ҡайҙа ҡоя | Томан (Шиҙе ҡушылдығы) |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |