Ҡара-аҡ елпеүес ҡойроҡ

Ҡара-аҡ елпеүес ҡойроҡ[1] (лат. Rhipidura leucophrys) — елпеүес ҡойроҡлолар (Rhipiduridae) ғаиләһенә ҡараған йырсы ҡош.

Ҡара-аҡ елпеүес ҡойроҡ

'

'
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Rhipidura leucophrys (Latham, 1802)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : ???

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Тасуирлама

үҙгәртергә

Ҡара-а елпеүестең ҡойроҡ оҙонлоғо яҡынса 20 см, аҫ яғы аҡ һәм ялтырауыҡлы ҡара төҫтә. Йәш ҡоштарҙа өҫкө яғы үтә ҡара түгел, ярайһы уҡ ҡара-һоро, ҡанат остары көрән төҫтә. Уның йырлауының ритмик һәм механик яңғырашлы элементтары менән һуғарылған өлөшөн тәү сиратта төндә ишетергә була.

Таралыуы

үҙгәртергә

Уның таралыу өлкәһе булып Австралияның алыҫ урындарын, Соломон утрауҙары, Бисмарк архипелагы, Молукк һәм Яңы Гвинеяның бер нисә районы тора. Ҡош парк, баҡса, баҫыу һәм урман кеүек урындарҙа йәшәй. Әммә ҡуйы урмандарҙан ситләшә. Дымлы райондарға өҫтөнлөк бирә.

Ҡоштар йышыраҡ яңғыҙ йәки парлы була. Оя ҡороу миҙгеленән тыш ҙур көтөүҙәрҙә, ҡайһы берҙә ҡоштарҙың башҡа төрҙәре менән берләшәләр. Ҡош ерҙән ваҡ умыртҡаһыҙҙар эҙләп туҡлана. Өҫтәүенә, ул ҡойроғон ғәҙәти булмағанса хәрәкәтләндерә. Ҡошто йыш ҡына көтөүҙәр янында осратырға мөмкин, унда мал өркәткән бөжәктәрҙе тота. Хайуандарҙы йәшеренеү урыны сифатында ла ҡулланалар, унан ҡош бөжәктәрҙе осоп барғанда эләктерә.

Австралияла үрсеү осоро күпселек осраҡта августан февралгә тиклем дауам итә, әммә экваторға яҡын урындарҙа йыл дауамында ояларын осратырға мөмкин. Ҡара-аҡ елпеүес ботаҡтарға, елкәндәргә йәки ҡыйыҡтарға табаҡ рәүешендә оя ҡора, Уның эсен ул йөн менән тултыра. Ҡоштар уларҙы туранан-тура хайуандарҙан йолҡоп ала. Оялар йыш ҡына ҡабаттан ҡулланыла; иҫке оялар яңылары өсөн төҙөлөш материалы булып хеҙмәт итә. Ояла башлыса һоро йәки көрән таплы 3 һорғолт йомортҡанан була, уларҙы ата-инә алмашлап 2 аҙна самаһы баҫа. 14 көндән һуң бала ҡоштар үҙаллы булып китә. Оялау миҙгелендә парҙар дүрт тапҡырға тиклем оя ҡора ала. Олораҡ йәштәге ҡоштар йыш ҡына ата-әсәһе янында киләһе ҡошсоҡтар сыҡҡанға тиклем тора ала; улар шул мәлдә ололары менән оянан ҡыуып сығарыла.

Мәҙәни йоғонтоһо

үҙгәртергә

Ҡара-аҡ елпеүес ҡойроҡ континенттың төп халыҡтарының мифологияһында йыш телгә алына[2]. Австралияның көньяҡ-көнсығышында йәшәгән ҡайһы бер ҡәбиләләр был ҡошто бәхетһеҙлек хәбәрсеһе тип һанай[3], Улар уйлауынса, был ҡош, серҙәрҙе тыңлап, һуңынан уларҙы башҡа ҡәбиләләргә талаштырыу өсөн һөйләй. Лагерҙа уны күреп ҡалһалар, ҡәбиләнең бөтә ағзалары ла ул осоп киткәнсе һөйләшмәй. Башҡалар, иһә, был ҡошто, үле кешеләр менән аралаша ала, ә кемдер мәйет тураһында насар фекерҙә икән, шулай эшләп, ул бөтөн нәмәне изге рухҡа тапшырыр һәм рәнйетеүсене эҙәрләр, тип уйлайҙар. Ҡошто шул тиклем юғары баһалағандар, сөнки ул донъя барлыҡҡа килә башлаған мәлдә Аҡыл менән һөйләшкән тәүге тере йән эйәһе булған[4]. Ҡара-аҡ елпеүес ҡойроҡ шулай уҡ бөтә хайуандар араһында иң аҡыллыһы һанала. Бугенвиль утрауында йәшәүселәрҙең бер легендаһында, ҡоштарҙың төрлө төрҙәренең ҡайһыныһы барыһынан да юғарыраҡ күтәрелеүен тикшерергә була. Ярышта бөркөттөң арҡаһына йәбешеп, ҡара-аҡ елпеүес ҡойроҡ еңеп сыға. Әммә Арнем-Ланд аборигендары, быларҙың барыһын да буш әкиәттәр һәм ялған, тип һанай[5].

Ҡара-аҡ елпеүес ҡойроҡ Австралия балалар әҙәбиәтендә лә популяр, мәҫәлән, «Дот һәм көнгөрә» һәм «Билл Блинки» китаптары (ике китап та экранлаштырылған).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 357. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  2. Clarke, Philip. Where the Ancestors Walked: Australia as an aboriginal landscape. — Allen & Unwin, 2004. — С. 23. — ISBN 1-74114-070-6.
  3. THE STORY OF BUTHERA'S ROCK (ингл.). Point Pearce Aboriginal School.
  4. Смит Рамсей. Мифы и легенды австралийских аборигенов / Пер. с англ. Е. Б. Межеветинова. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2008. — С. 149—152. — 318 с. — ISBN 978-5-9524-3843-9.
  5. Goodfellow, Denise Lawungkurr; Stott, Michael. Birds of Australia's Top End. — Parap, Northern Territory: Scrubfowl Press, 2001. — С. 122. — ISBN 0-9578849-0-7.