Ҡараҡая плотинаһы

Ҡараҡая быуаһы (плотинаһы)[1] (төр. Karakaya BarajıKarakaya Barajı) — Төркиәнең Евфрат йылғаһында төҙөлгән һәм 1987 йылда тамамланған эре гидроҡоролмаһы; Көньяҡ-Көнсығыш Анатолия проектының 21 быуаһының береһе (төр. Güneydoğu Anadolu Projesi, GAPProjesi Güneydoğu Anadolu, GAP). ГЭС плотинаһы алты генератор ярҙамында дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 1800 МВт тиклем булған [2] 300 МВт электр энергияһы эшләп сығара. Ҡоролманың конструктив үҙенсәлеге — машина залының туранан-тура плотинаның «тәнендә», һыу ағыҙғысында урынлаштырылыуы.

Ҡараҡая плотинаһы
Изображение
Ил

Төркиә Төркиә

Йылға

Евфрат

Статус

ғәмәлдә

Агрегаттарҙы сафҡа индереү йылдары

1987

Төп характеристикалар
Электр ҡеүәте

1800

Ҡорамалдар характеристикаһы
Турбиналар һаны һәм маркаһы

6

Генераторҙар ҡеүәте, МВт

6х300

Картала

Йыл һайын һыу кимәле кәмегәндә, күсеп киткән кешеләрҙең бер ауылынан тороп ҡалған «яңғыҙ манара» һыу эсенән ҡалҡып сыға. Һыу баҫҡандан һуң 30 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, ул емерелмәгән дә, ҡыйшаймаған да.

Конструкцияһы

үҙгәртергә

Ҡараҡая гидроэлектростанцияһы составына 173 м бейеклегендәге бетондан эшләнгән арка-гравитация плотинаһы инә; ГЭС-тың үҙ ҡеүәте 1800 МВт тәшкил итә: быны 300 МВт ҡеүәтендәге 6 агрегат тәьмин итә. Ҡаракая һыуһаҡлағысы Ататөрк быуаһыныҡына ҡарағанда бәләкәйерәк, шулай ҙа бик ҙур: уның майҙаны 298 квадрат километр тәшкил итә, ә күләме — 9,5 кубик километр. Быуаның ГЭС-тарҙың күбеһендә булмаған «ҡыҙыҡлы конструктив үҙенсәлеге» бар — гидроагрегатлы машина залы туранан-тура плотинаның «тәнендә», һыу ағыҙғысы аҫтында урынлаштырылған.

Ираҡ һәм Сүриә менән конфликт

үҙгәртергә

Евфрат йылғаһы Сүриәлә лә, Ираҡта ла ауыл хужалығы һәм техник маҡсаттарҙа ҡулланылған мөһим һыу сығанағы булып тора — Ҡараҡая плотинаһын төҙөү проектын планлаштырыу стадияһында уҡ ике илдең дә хөкүмәттәре борсолоу белдергән. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә плотина аша аҡҡан минималь һыу ағымы 500 м³ (18 000 куб. фут) күләмендә гарантиялаған килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Халыҡтың күсенеп ултырыуы

үҙгәртергә

2013 йылда Богумил Терминский Ҡараҡая плотинаһы төҙөлөшө төбәктән яҡынса 30 000 кешене күсергә мәжбүр иткән тигән фекер әйтте.

Һыу баҫҡан ауылдарҙың береһендә — урындағы халыҡ әйткәнсә, унда 600 ғаилә йәшәгән — «яңғыҙ манара» тороп ҡалған: 1984 йылда һыуҙы резервуарҙа тотоп ҡалдыра башлаған дамба ауылды ла, мәсетте лә емерергә мәжбүр итә. Һыуһаҡлағыстағы һыу кимәленең миҙгелле үҙгәреүе менән бәйле, йәй көнө тороп ҡалған манараларҙың береһе тулыһынса һыуҙан «ҡалҡып сыға» һәм бик күп урындағы, төрөк, шулай сит ил туристарының иғтибарын йәлеп итә. 30 йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, «яңғыҙ манара» ҡыйшаймаған да, емерелмәгән дә — шуның өсөн был төбәк халҡы өсөн ул символға әйләнгән, йыл һайын мәсеттең «күренеүен» байрам итә улар. Манараны тарихи бина тип таныу һәм тергеҙеү идеяһы барлыҡҡа килгән[3].

Күлдең экологик хәле

үҙгәртергә

Ҡараҡая плотинаһы булдырған күл төбәктең мөһим һыуһаҡлағыстарының береһе: уның һыуы баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн файҙаланыла, ә күл үҙе — балыҡсылыҡ өсөн ҡулай. Күл һыуының химик анализ һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ул төрлө ауыр металдар менән бысранған: был мәғлүмәттәр һыу төбө ултырмалары һәм урындағы балыҡтарҙың айғолаҡтары анализы менән раҫланған. Бысраныуҙың сәбәбе булып төбәктәге ауыл хужалығының әүҙемлеген дә билдәләр кәрәк[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Каскад на Евфрате. Битва за воду. Блог РусГидро. Пресс-служба РусГидро (21 сентябрь 2011). Дата обращения: 14 апрель 2017. 2017 йыл 15 апрель архивланған.
  2. Terminski, 2012—2013
  3. 'Yalnız minare' 30 yıldır ayakta, Bursada Bugün (15 май 2017). 15 май 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 16 май архивланған.
  4. Murat Ozmen, Abbas Güngördü, F. Zehra Kucukbay, R. Elif Güler Monitoring the Effects of Water Pollution on Cyprinus carpio in Karakaya Dam Lake, Turkey (инг.) // Ecotoxicology. — 2006-03-01. — В. 2. — Т. 15. — С. 157–169. — ISSN 0963-9292. — DOI:10.1007/s10646-005-0045-1