Ҡаратамыр
Cynoglossum officinale
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Баллыбабай сәскәлеләр
Ғаилә: Күгәрсен күҙе һымаҡтар
Ырыу: Ҡаратамыр
Латинса исеме
Cynoglossum L.
Төрҙәре

См. текст

ITIS 31885
NCBI 181188

Ҡаратамыр — күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы үҙгәртергә

Яҡынса 60 төрө билдәле, уртаса һәм субтропик бүлкәттәрҙә, тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостан Республикаһында дарыулы ҡаратамыр үҫә. Торлаҡ янында, юл буйҙарында, йырындар буйлап, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә.

Ботаник яҙма үҙгәртергә

Үҙәк тамырлы ике йыллыҡ үлән, ҡуйы йомшаҡ төк м‑н ҡапланған. Һабағы аҙ һанлы, ҡуйы япраҡ менән ҡапланған, бейеклеге 50—100 см. Тамыр яны розеткаһының япраҡтары оҙонса‑ланцет формаһында; аҫҡы һабаҡ япраҡтары һаплы, урта һәм өҫкөләре — ултырма, һабаҡты яртылаш уратып алған. Сәскәләре емештәрҙә оҙонайыусы сәскә һаптарында, ваҡ, ҡуйы ал йәки миләүшә төҫөндә, һепертке сәскәлегенә йыйылған ҡыҫҡа ҡуйы бөтөркәләрҙә. Касаһы биш бүлемле, емеш барлыҡҡа килгәндә йәйелеүсән; тажы 5 өлөшлө, ҡушылып үҫкән, тәгәрмәс рәүешле, тура көпшәле. Май—июндә сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремалар) тарҡалыусы ценобий, июль—августа өлгөрә.

Әһәмиәте һәм ҡулланылышы үҙгәртергә

Буяу, рудераль үҫемлек. Ағыулы үҫемлек, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Һутын һәм тамырын инсектицид сара булараҡ, сысҡан һәм ҡомаҡтарҙы ҡурҡытыу өсөн ҡулланалар.

Ҡаратамыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә