Ҡарасәй — Силәбе өлкәһендәге күл. 1951 йылдың октябренән «Маяк» производство берләшмәһенең радиоактив ҡалдыҡтарын һаҡлау өсөн ҡулланыла[1]. 1986 йылдан һыу ятҡылығын күмеү буйынса эш алып барыла[2]. 2015 йылдың 26 ноябренән күлде консервациялау буйынса эштәр тамамланған тип иғлан ителә[3].

Ҡарасәй
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Озёрск[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 251 метр
Майҙан 0,5 км²
Карта

Өҫкө майҙаны — 0,13 км².

Ҡарасәй күле Маяк (производство берекмәһе) «Маяк» производство берләшмәһенең химия комбинаты сәнәғәт майҙаны территорияһындағы Улағас, Тәтеш, Кесе Нанога, Ҡыҙылташ күлдәре һәм Мешәлек йылғаһының һыу айырғыс арауығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.

1790 йылда Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙенең генераль межалау планында күл Ҡарағайсәс булараҡ телгә алына. Әҙ һыулы йылдарҙа ул ҡороған, һәм топографтар йыш ҡына уны күрмәгән. Хәҙерге заманға Ҡарасәй исеме менән килеп еткән.

Б. В. Брохович хәтирәләре буйынса Ҡарасәйҙе һаҡлағыс сифатында ҡулланыу идеяһы Е. П. Славскийға ҡарай. Һуңғыһы Ҡарасәйҙе ойошторғанын һөйләй. 500-әр куб менән ике «банка» тултырыла, әммәплутоний етерлек кимәлдә эшкәртелмәй. Һәм ул А. И. Бурназян (СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы янындағы 3-сө Төп идаралыҡ начальнигы, 1956—1981 йылдарҙа СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары) менән килешеп, ҡалдыҡтарҙы һаҙлыҡҡа түгергә тәҡдим итә.

«Маяҡ» ветерандарының иҫтәлектәре буйынса, 1947—1948 йылдарҙа 25-се завод директоры П. И. Точеный һәм завод коменданты Жирнов Ҡарасәйгә өйрәк атырға йөрөгән. Әммә, шул ваҡытта темптың һәм эштәрҙең көсөргәнешлелеген, шулай уҡ Махсус комитеттың етәксеһе Л. П. Берияның етәкселәр өсөн һунарға һәм балыҡҡа йөрөүгә шәхси тыйыуын иҫәпкә алғанда, бындай осраҡтар булып, моғайын, бик һирәк була.

Тинес йылғаһы проблемаһын хәл итеү өсөн 1951 йылдың 7 авгусында А. П. Александров рәйеслегендәге комиссия «С» комплексының дебаланс ҡалдыҡтарын ташлау өсөн Ҡарасәйҙең һаҙлыҡты файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1951 йылдың октябренән башлап Ҡарасәй күле (махсус һыу ятҡылығы-9, «В-9») шыйыҡ радиоактив ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн ҡулланыла.

Күл проблемаһы

үҙгәртергә

Эксплуатация ваҡыты эсендә күлдә 150 млн яҡын кюри (6 Чернобылгә торошло) оҙаҡ йәшәүсе радионуклидтар (башлыса, цезий-137 һәм стронций-90), ә күлдең майҙаны 26 гектар тәшкил итә[4]. Һыу ятҡылығы ҡурҡынысы радиоактив аэрозолдәрҙең аномаль һауа шарттарында (ҡойондар) атмосфераға сығыуы һәм ер аҫты һыуҙарының бысраныуында тора[5]. РФА Атом энергетикаһының хәүефһеҙ үҫеше проблемалары институтының иҫәп-хисабы буйынса радионуклидлы туҙан таралған осрағта, зарарланыу зонаһында Силәбе, Томск, Свердловск өлкәләре һәм Красноярск крайы территорияләры булыр ине, радиация һәләкәтенән 20 000 кеше үлер ине.

1962—-1966 йылдар әҙ һыулы осоро була. Ҡарасәй күлендә һыу кимәле ныҡ кәмей, шул уҡ ваҡытта күлдең бер нисә гектар төбө асыла. Һыу ятҡылығындағы асыҡ ҡалған участкаларҙан ел күтәрелеү һөҙөмтәһендә күл төбөндәге ҡатламдарҙан 1967 йылдың яҙында тирә-яҡ территорияларға, шул иҫәптән химкомбинат сиктәренә лә радиоактив материалдар сығарыла. Был инциденттан һуң ошондай осраҡтарҙы булдырмау буйынса саралар ҡабул ителә. 1967—1971 йылдар дауамында һай урындарҙы күмеү, күл тирәләй ерҙе рекультивациялау эштәре башҡарыла. Үткәрелгән эштәр һөҙөмтәһендә ярҙар һыу ятҡылығының бөтә периметры буйынса күтәрелә, өҫкө майҙаны 36 гектарға тиклем кәметелә. Ҡарасәй күлен эксплуатациялау буйынса сик ҡуйыла, һыу кимәле буйынса ҡаты контроль индерелә. Артабан күлде тулыһынса күмеү тураһында ҡарар ҡабул ителә, уға тик 1986 йылда ғына тотоналар. 1996 йылда күлдең асыҡ майҙаны 13 гектар тәшкил итә

1980-се йылдар уртаһынан башлап метеорологик шарттарҙың үҙгәреүе һыу кимәленең күтәрелеүенә килтерә, шуға күрә был эш туҡтатыла. Үҙгәреп тороусы метеорологик шарттарҙы иҫәпкә алып, һыу ятҡылығын консервациялау буйынса яңы ҡарарҙар эшләү талап ителә. Һыу күләменең артыуы, нигеҙҙә, инфильтрация арҡаһында һәм өҫкө һыулыҡтың күлдең күмелгән өлөшөнән килеп сыҡҡанлығы асыҡлана. Күлдә һыу кимәле үҙгәреүенең фаразланған иҫәп-хисабы яһала, шулай уҡ уның кимәлен тотороҡландырыу һәм кәметеү буйынса мөмкин булған техник сараларға анализ яһала. Һыу ятҡылығының ябыҡ өлөшөн гидроизоляциялау һәм һыу оҙатҡыс каналдар һәм канауҙар ҡороу таныла. Был ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2005—2007 йылдарҙа күлдең майҙаны 11,6 гектарҙан алып 7,8 гектар майҙанға тиклем кәмей. 2011 йылғы фараздар буйынса башҡарылған әҙерлек эштәрен иҫәпкә алып, һыулыҡты тулыһынса ябыу «Маяк» предприятиеһы ойошмаһы радиоактив ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплексын эксплуатацияға тапшырғандан һуң бер-ике йыл кәрәк буласаҡ[6].

2015 йылдың 26 ноябренә һуңғы квадрат метр күмелә. Быға 17 миллиард һум самаһы аҡса бүленә. Һыу ятҡылығы тулыһынса грунт һәм бетон блоктары менән ябыла. Һуңыраҡ бер нисә өҫтәмә гидроизоляция ҡатламы төҙөләсәк. Был объект тирәләй тирә-яҡ мөхиттең торошон даими мониторинглау башҡарыласаҡ[6].

Шулай уҡ «2008 йылға һәм 2015 йылға тиклемге осорға атом һәм радиация ҡурҡынысһыҙлығын тәьмин итеү» маҡсатлы федераль программа сиктәрендә һыу ятҡылыҡтарының Тинес каскадында эштәр башҡарыла[7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Восточно-Уральский заповедник

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Виктор Рискин. Карачай исчезнет через пять лет. газета «Челябинский рабочий» (25 июль 2000). Дата обращения: 7 июль 2008. Архивировано 28 июнь 2006 года. 2006 йыл 28 июнь архивланған.
  2. Алексей Меркушкин. Озеро Карачай — хранилище радиоактивных отходов под открытым небом. Дата обращения: 7 июль 2008. Архивировано 2 май 2008 года. 2008 йыл 2 май архивланған.
  3. В Челябинской области ликвидировали озеро радиоактивных отходов Карачай. Lenta.ru (26 ноябрь 2015). Дата обращения: 30 ноябрь 2015.
  4. До нас наследили — нам прибирать. rg.ru. Дата обращения: 8 февраль 2020. // Статья в № 246 (6817) от 2015 г. газеты «Российская газета» (Федеральный выпуск). А. Емельяненков.
  5. Ю.Г. Мокров, Г.Ш. Баторшин, А.И. Алексахин. Концепция вывода из эксплуатации поверхностных водоемов-хранилищ ЖРО ФГУП «ПО «Маяк».
  6. 6,0 6,1 С.В. Баранов, Г.Ш. Баторшин, Ю.Г. Мокров, В.И. Величкин, М.Л. Глинский, Е.Г. Дрожко, Т.И. Климова Озеро Карачай: обоснование решений по выводу из эксплуатации // Безопасность ядерных технологий и окружающей среды : журнал. — 2011. — № 1. — С. 94—99.
  7. Радиоактивное озеро Карачай на Урале полностью засыплют в конце ноября. РИА Новости (10 ноября 2015). Дата обращения: 30 ноября 2015.
  • Аклеев А. В., Подтёсов Г. Н. и др. Челябинская область: ликвидация последствий радиационных аварий. — 2-е изд., испр. и доп. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2006. — 344 с. — ISBN 5-7688-0954-6.
  • Толстиков В. С., Кузнецов В. Н. Ядерное наследие на Урале: исторические оценки и документы / Серия «Атомные города Урала» под гл. ред. Алексеева В. В., Рыкованова Г. Н.: Институт истории и археологии УрО РАН, УрГЭУ, ЧГИК — Екатеринург: Банк культурной информации, 2017—400 с. — ISBN 978-5-9907691-1-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ю. Г. Мокров, И. М. Сбитнев, А. И. Алексахин Консервация водоема В-9 «Карачай» // Материалы конференции «АтомЭко-2015» : Презентация (видео).
  • «Очищение Карачая» (неопр.). www.youtube.com. Дата обращения: 8 февраля 2020.. Выпуск телепрограммы Росатома «Горизонты атома» от 21.11.2015
  • Где находится самое опасное озеро в мире. Просто стоять рядом с ним уже опасно для жизни (рус.). news.mail.ru. Дата обращения: 8 февраля 2020.
  • Самое опасное озеро в мире