Ҡаныш Сатпаевтың мемориаль музейы
Академик К. И. Сатпаевтың мемориаль музейы — Алма-Ата ҡалаһындағы (Ҡаҙағстан) ҡаҙағстан ғалимы, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы (хәҙер Ҡаҙағстан Милли Фәндәр академияһы) академигы Ҡаныш Имантай улы Сатпаевҡа бағышланған музей.
Академик Ҡаныш Сатпаевтың Мемориаль музейы | |
---|---|
Файл:Академия наук Казахстана.jpg | |
Асылған ваҡыты | 1989 год |
Урынлашыуы | Ҡаҙағстан, Алма-Ата, Шевченко урамы, 28 |
Тарихы
үҙгәртергәҠаҙағстан академигы Ҡаныш Имантай улы Сатпаевҡа арналған мемориаль йорт-музейы, уның тыуған көнөн, 90 йәшлек юбилейын, байрам итеү сиктәрендә 1989 йылда асылған. Музейҙы асыуҙа Ҡаҙағстан коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Нурсолтан Назарбаев ҡатнаша. Экспозиция күренекле ғалим шәхесенең формалашыуын күрһәтә[1].
2009 йылда мемориаль музей Ҡаҙағстан Фәндәр академияһы бинаһына күсерелә, һәм бында тулыһынса яңыртылған экспозиция булдырыла.[2].
Яңы музей өс экспозициялар залын һәм бер мемориаль залын үҙ эсенә ала. Мемориаль залда ысын йыһаз предметтары менән академик Ҡ. И. Сатпаев кабинетының үҙенсәлекле мөйөшө яңынан тергеҙелгән. менән Тәүге өс залдың экспозицияһы килеүселәрҙе ғалимдың бала сағы, уҡыу һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдары менән таныштыра, уның Ҡаҙағстан иҡтисады, фәне һәм мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшөн аса. Бынан тыш илдең геология хеҙмәтен ойоштороу; ҡаҙағстан индустрияһының Жезҡазған, Ҡарағанда, Гурьев (Атырау) һәм башҡа ҡалаларында беренселәренең төҙөлөшө һәм үҫеше яҡтыртыла. Ҡаҙағстан Республикаһы Фәндәр академияһының ойошторолоуына һәм үҫеш тарихына айырым иғтибар бүленә[3].
Йыл һайын апрель айында, академиктың тыуған көнөнә, Мемориаль музей, сараға хәҙерге заман ғалимдарын һәм республиканың производство ойоштороусыларын, ветеран геологтарҙы, студенттар һәм мәктәп уҡыусыларын йәлеп итеп, йола булараҡ, бөйөк ҡаҙаҡ ғалимын Хәтергә алыу декадаларын ойоштора һәм үткәрә.
Шулай уҡ музей махсус экспозицияларҙы үткәреү майҙансығына әүерелә. Мәҫәлән, Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһының 20 йыллығына һәм Ҡаҙаҡ ханлығының 550 йыллығына бағышлап милли костюмдар күргәҙмәһе үткәрелде. Ҡаҙаҡ, рус, корей һәм башҡа халыҡтар кейем-биҙәүестәренән тыш, XIV быуат этник мотивтары буйынса тергеҙелгән ҡаҙаҡ хандары кейеме коллекцияһының бер өлөшө ҡуйылған була.[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Каныш Сатпаев. К 100-летию со дня рождения. Алматы: Жибек жолы, 1999. (на каз., рус. и англ. яз.)
- ↑ В Алматы состоялась презентация энциклопедии "Каныш Сатпаев". 15 лет работы - вхолостую
- ↑ Мемориальный музей академика К.И. Сатпаева(недоступная ссылка)
- ↑ На выставке в Алматы представлены более 130 этнических нарядов