Ҡансаҡ — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Ҡансаҡ
Характеристики
Оҙонлоғо20 км
Киңлеге8 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеАҡҡыр тауҙары 
Абсолют бейеклеге726 м
Урынлашыуы
54°10′31″ с. ш. 57°11′48″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Ҡансаҡ
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Ҡансаҡ

Ишембай һәм Мәләүез райондары буйлап Үрек һәм Нөгөш йылғалары киңлек ағымы араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 20 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км яҡын, үҙәк — 6 км, көньяҡ — 7 км тирәһе. Абсолют бейеклеге 726 м (Аҡҡыр тауы), 15‑кә яҡын түбәһе (Аҡҡолаҡ, Олотау һ.б.) айырыла.

Кәмбрәк һәм Тылғыҫҡа[ йылғалары (Үрек (Нөгөш ҡушылдығы) ҡушылдығы) үҙәндәре менән һырт 3 өлөшкә бүленгән: төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ. Битләүҙәре һөҙәк. Көнсығыш итәге күп һанлы һыҙалар һәм уйпатлыҡтар менән йырғыланған.

Көньяҡ өлөшөндә таш һибелмәләре осрай. Девон эзбизташтарынан һәм доломиттарынан тора. Тау битләүҙәрендә Икебаш йылғаһы,Кәшәлә йылғаһы (Нөгөш ҡушылдыҡтары) уң ҡушылдыҡтары, Тылғыҫҡан йылғаһы һ.б. башлана.

Өҫтө тау һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандар менән ҡапланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Журнал Литосфера, 2007, № 6, с. 93-110 Брахиоподные комплексы из пограничных франко-фаменских отложений южноуральских разрезов «Большая Барма» и «Аккыр».

Һылтанмалар үҙгәртергә