Ҡалаҡтау — Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе араһындағы сиктә ятҡан Көньяҡ Уралындағы тау һырты һәм уның көнбайыш армыты.

Ҡалаҡтау
Характеристики
Оҙонлоғо10 км
Киңлеге4 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге619 м
Урынлашыуы
55°25′ с. ш. 57°30′ в. д.HGЯO
Ил
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Рәсәй
Красная точка
Ҡалаҡтау
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Ҡалаҡтау

Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Учалы райондары һәм Силәбе өлкәһе буйлап Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы киңлегенән Ям йылғаһының (Урал йылғаһы бассейны) үрге ағымы киңлегенә тиклем көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай һуҙылған.

Оҙонлоғо 10 км, Башҡортостан Республикаһында 2 км тирәһе, киңлеге 4 км-ға яҡын. Абсолют бейеклеге — 619 м (Силәбе өлк.).

Рельефында ҙур уйпатлы һөҙәк‑тулҡынлы көнбайыш битләүҙәре һәм һөҙәк түбәле түбәләр араһында биләндәре булған һөҙәк көнсығыш битләүҙәре бар. Франс ярусының кремнийлы‑балсыҡлы һәүерташтарынан, базальттарынан, андезибазальттарынан тора.

Һырт ландшафын һоро урман тупрағындағы ҡайын урмандары, ябай һәм болон ҡара тупрағындағы болонло далалар хасил итә. Көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш итәгендә дымлы болондар, күрәнле‑төрлө үләнле һаҙлыҡтар булған күл буйы уйһыулыҡтары йәйелгән.