Ҡазан һарайы фарманы
Ҡазан һарайы фарманы(Ҡазан һарайы приказы) — Ҡазан һарайы, Мещера һарайы, 16 быуат уртаһы — 18 быуат башында Рәсәйҙең үҙәк дәүләт учреждениеларының береһе. Ҡазан һарайы фарманына дума дьягы етәкселек иткән. Башҡортостанда (Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы ваҡытынан алып), Ҡазан өйәҙендә, Мещерала (Елатьма, Кадом, Ҡасим, Муҡшы, Темников, Шацк ҡалалары), Түбәнге Новгород өйәҙе (1587 й. тиклем), Түбәнге һәм Урта Волга буйында, Себерҙә (1637 й. алып Себер приказы ҡарамағында) административ, хәрби, суд һәм финанс эштәренә идара иткән. Яһаҡ китаптарын төҙөүгә һәм урыҫ булмаған халыҡтан яһаҡ (Мәскәүгә ебәрелгән) йыйыуға етәкселек иткән. Ҡазан һарайы фарманы Рәсәй дәүләтендә хөкүмәттең дөйөм милли сәйәсәте билдәләнгән; илдең көньяҡ-көнсығышындағы терр‑ялар менән дипломатик бәйләнештәр уның ҡарамағында булған. Үҙ аллы бюджеты була (17 б. 2‑се ярт. 120—140 мең һум тәшкил иткән), уның 7—10%‑ы дәүләт ҡаҙнаһына китә. 1701 й. приказ архивындағы янғындан һуң аҫаба һәм финанс эштәре м‑н идара итеү Мәскәүҙән Ҡазанға күсерелә (Ҡазан өйәҙ власть органдары Ҡазан һарайы фарманы биләмәһендә йыйылған һалымды үҙ ҡарамағына ала). Оброк, оклад, килем һәм яһаҡ кенәгәләре Өфө приказ йортонан алына һәм Ҡазан воеводаларына бирелә (1702 й. Өфө өйәҙенә ебәрелгән яһаҡ йыйыусылар Өфө яһаҡ кенәгәләрендә күп хаталар асыҡлай). Ҡазан һарайы фарманы 1709 й. Ҡазан губернаһы төҙөлгәндән һуң бөтөрөлә.
Административ структураһы
үҙгәртергәЕтәкселәр теҙмәһе
үҙгәртергә- 1570—1587: А. Я. Щелканов
- ?
- 1606—1610: Андрей Иванов
- 1617—1619: А. Ю. Сицкий
- 1619—????: Д. М. Черкасский
- 1643—1645: Н. И. Одоевский
- 1646—1662: А. Н. Трубецкой
- ?
- 1670—1671: Я. Н. Одоевский
- ?
- 1681—1683: Я. Н. Одоевский, повторно
- 1683—1708: Б. А. Голицын
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Садиков П. А., Очерки по истории опричнины, М.—Л., 1950.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҠазан һарайы фарманы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Приказ Казанского дворца — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- Котошихин Г. К. Глава 7. О Приказах. // О России в царствование Алексея Михайловича.
Был Рәсәй тарихы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |