Ҙур оранжерея (Пушкин)
Ҙур оранжерея — Пушкин ҡалаһындағы тарихи бина. 1751—1753 йылдарҙа төҙөлгән, 1820 йылда үҙгәртеп ҡоролған. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты.[2] Оранжерея урамы менән мөйөштә Баҡса урамында урынлашҡан, 14-се йорт,
Ҙур оранжерея | |
Нигеҙләү датаһы | 1750 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пушкин[d] |
Архитектура стиле | Классицизм |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Памятники культурного наследия в г. Пушкин (часть 3)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Садовая улица, 14 / Леонтьевская улица / Оранжерейная улица |
Ҙур оранжерея Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБыл урында беренсе оранжереяныны 1751—1753 йылдарҙа архитектор С. И. Чевакинский төҙөй. Үҙәк залды һәм уның ике павильонын үҙ эсенә ала. Һуңғараҡ, 1750 йылдар аҙағында йәки 1760 йылдар башында Ф.-Б. Растрелли проекты буйынса (Чевакинский һәм Растрелли авторлығы бәхәсле) өсөнсө павильон төкәтеп эшләнә. Оранжереяла Америка. Африка, Һиндостан, Испания, Яҡын Көнсығыштан күп экзотик үҫемлектәр туплана. Унда ҡәһүә ағастары, кактус, әфлисун, ананас коллекциялары була. Оранжерея слободаның беренсе ҙур таш бинаһы була, һуңыраҡ ҡала булып китә, уның күләмен, һуңыраҡ Батша Ауылының генераль планына ингән күп йәһәттән кварталдар күләме билдәләй. 1779 йылдан оранжерея мөйөшөндәге бүлмәлә архитектор Чарлз Камерон йәшәй. Уның йортонда һыҙма оҫтаханаһы һәм үҙ ат аҙбары була. Камерон был йортта 1803 йылға тиклем йәшәй. 1784 йылда оранжерея бинаһының үҙәк өлөшөнә һарайҙан театр күсерелә[3][4]
XIX быуат башына павильондар аламалана һәм күрше Екатерина һарайы һәм Яңы флигелгә ҡарата бик ябай була. Үҙгәртеп ҡороуҙар 1820 йылда В.П. Стасов проекты буйынса башлана. Эштәр менән В.М. Горностаев етәкселек итә. Стасов бинаның күренешен һаҡлай. Яңы оранжереяла дүрт ике ҡатлы корпус була, улар быялалы колоннада менән тоташа. Шулай уҡ ярым түңәрәк корпус төҙөү ҙә планлаштырыла, әммә ул тормошҡа ашмай. 1824 йылдың яҙында биҙәү эштәре башлана. Һылау деталдәрен Куприян Балин эшләй, биҙәктәр менән рәссам Брандуков шөғөлләнә. 1828 йылдың көҙөнә эштәр тамамлана[5][6]
1933—1934 йылдарҙа архитектор В.И. Яковлев Һыуытҡыс һәм һөт сәнәғәте институтын урынлаштырыу өсөн бинаны үҙгәртеп ҡора. Стасовтың ниәте тормошҡа аша — дуға рәүешле мөйөш корпус өҫтәлә. Ихата яғынан икенсе ҡат өҫтәлеп төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бина ныҡ зыян күрә. 1949—1952 йылдарҙа Ҙур оранжереяны тергеҙеү буйынса архитектор Л. Н. Ротинов шөғөлләнә. 1949 йылдан бина Ленинград ауыл хужалығы институтына (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты) тапшырыла. Сираттағы реставрация «Ленпроектреставрация» проекты буйынса 2012—2014 йылдарҙа үтә[7][8].
Архитектураһы
үҙгәртергәФасадтары башта барокко стилендә биҙәлгән була, әммә Стасов уларҙы классицизм стилендә яңырта. Түр фасад Баҡса урамы буйлап төҙөлә. Урта павильондар фасадтары эре быяла аркалар, шулай уҡ орнаментлы фриздар, ярым колонналар, киң архивольт менән биҙәлә. Торлаҡ бүлмәләре булған ситке павильондар, ябайыраҡ, уларҙың биҙәлешендә икенсе ҡатта Стасов өсөн типик колонналар һәм улар өҫтөндә скульптуралы фриз менән лоджиялар айырылып тора. Бинаның аҫҡы ҡатын быялалы уйымдар менән дорик ордер колоннадаһы биләй[9][10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Постановление Правительства РФ от 10.07.2001 № 527 о Перечне объектов исторического и культурного наследия Федерального (Общероссийского) значения, находящиеся в г. Санкт-Петербурге.
- ↑ Большая каменная Оранжерея.citywalls.ru.Дата обращения: 30 июня 2018.
- ↑ Садовая 14. Большая оранжерея.Энциклопедия Царского Села.Дата обращения: 30 июня 2018.
- ↑ Большая каменная Оранжерея.citywalls.ru.Дата обращения: 30 июня 2018.
- ↑ Садовая 14. Большая оранжерея.Энциклопедия Царского Села.Дата обращения: 30 июня 2018.
- ↑ Большая каменная Оранжерея.citywalls.ru.Дата обращения: 30 июня 2018.
- ↑ Садовая 14. Большая оранжерея.Энциклопедия Царского Села.Дата обращения: 30 июня 2018.
- ↑ Большая каменная Оранжерея. citywalls.ru. Дата обращения: 30 июня 2018.
- ↑ Садовая 14. Большая оранжерея. Энциклопедия Царского Села. Дата обращения: 30 июня 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Большая каменная Оранжерея (неопр.). citywalls.ru. Дата обращения: 30 июня 2018.
- Садовая 14. Большая оранжерея (неопр.). Энциклопедия Царского Села. Дата обращения: 30 июня 2018.