Ғәҙәти женьшень

күп йыллыҡ үлән үҫемлек . Аралийҙар ғәиләһенең Женьшень ырыуына ҡарай.
(Ғәҙәти женьшен битенән йүнәлтелде)
Ғәҙәти женьшень
Ғәҙәти женьшень
Ғәҙәти женьшень
Женьшен ырыуының типик төрө
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Зонтик сәскәлеләр
Ғаилә: Аралиялылар
Суб-ғаилә: Аралиялылар
Ырыу: Женьшен
Латинса исеме
Panax ginseng C.A.Mey.

Ғәҙәти женьшень, йәки ысын женьшень (лат. Panax ginseng) күп йыллыҡ үлән үҫемлек . Аралийҙар ғәиләһенең Женьшень ырыуына ҡарай.

На советской марке 1960 года выпуска

Ботаник тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тамыры һорғолт-һары төҫтә[1]. Диаметры 3 см тиклем етә.

Һабағы яңғыҙ, бейеклеге 60 см тиклем. Һирәгерәк 2-5 һабаҡлы үҫемлектәр осрай[1]. Япраҡтары бармаҡ һымаҡ ҡатмарлы.[1].

Саҡ ҡына йәшелерәк сағылышы булған ваҡ, аҡ йәки алһыу төҫтәге сәскәләре 8-10-арлап хуш еҫле, ябай сатыр төрөндәге сәскәлек барлыҡҡа килтерәләр[1].Үҙ-үҙҙәренән һеркәләнәләр.

Емештәре үҫемлектәре сағыу ҡыҙыл төҫтә, итләс, эстәрендә 1-3 орлоҡтары бар. Ғәҙәти женьшень емештәре августсентябрь айында өлгөрә[1].

Таралыуы

үҙгәртергә

Ғәҙәти женьшен, башлыса, Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә генә, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында Хабаровск крайының көньяғында һәм в Приморье крайында [1] үҫә. Был үҫемлек бик һирәк кенә булып Корея ярымутрауының төньяғындағы ҙур булмаған таулы районда һәм Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытайҙың өс провинцияһында осрарға мөмкин.

Биоценотик яҡтан женьшень Алыҫ Көнсығыштың кедр ҡатыш киң япраҡлы, һирәгерәк киң япраҡлы урмандары менән бәйле. Унда женьшен корея кедры, маньчжур сәтләүеге, амур йүкәһе, маакия һәм башҡа киң япраҡлы төрҙәр, ҡайһы берҙә диңгеҙ кимәленән 700 м тиклем бейеклектә шыршы һәм аҡ шыршы менән ассоциацияла осрай. Башлыса көнбайыш макросклондарҙы биләй. Имән һәм граб комплекстарында үҫә ала. Женьшень шыр төпкөл урмандар үҫемлеге.. Күләгәгә ныҡ сыҙамлы һәм күләгәне ярата. Тура ҡояш нурҙарын күтәрә алмай.

Үҫемлектең химик составы

үҙгәртергә

Женьшень составында тритерпен сапониндары панаксозидтар, бераҙ эфир майы, май, ыҫмалалар, пектин матдәләре, шулай уҡ крахмал, ферменттар, В төркөмө витаминдары, микроэлементтар, май кислоталары, макроэлементтар һәм башҡа биологик актив матдәләр бар[1].

Ҡулланыу

үҙгәртергә

Ғәҙәти женьшень медицинала киң ҡулланыш тапҡан үҫемлектәрҙең береһе. Үл кардиотоник, ҡанды туҡтатыу һәм гипогликемик үҙенсәлектәргә эйә. Ғәҙәти женьшен тамырын тонизациялаусы, стимулятор һәм адаптоген сара булараҡ ҡулланалар. Ул организмдың ауырыуҙарға дөйөм ҡаршы тороу һәләтен арттыра. Ғәҙәти женьшен эске секреция ағзаларының эшмәкәрлеген стимуллаштыра. Шулай уҡ организмдың инфекцияларға һәм ионлаштырыусы нурланышҡа тотороҡлолоғон арттыра[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Женьшень обыкновенный(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә