Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы

Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы (30 август 1949 йыл) — ғалим-психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1983), профессор.Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

Светлана Ғәләүетдинова
Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы
Тыуған көнө

30 август 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Кәрим ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

психология

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Ленинград дәүләт педагогия университеты

Ғилми дәрәжәһе

психология фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Биографияһы үҙгәртергә

Светлана Ишбулды ҡыҙы Ғәләүетдинова 1949 йылдың 30 авгусында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Кәрим ауылында тыуған[1].

Урта мәктәпте Әзербайжан ССР-ы Ленкоран ҡалаһында алтын миҙалға тамамлай.

1968—1973 йылдарҙа А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт педагогия университетының психология факультетында уҡый. Башҡорт дәүләт педагогия институтында педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультетында декан, психология кафедраһы мөдире булып эшләй.

Светлана Ишбулды ҡыҙы — психология фәндәре кандидаты, профессор. 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан мәғәрифты үҫтереү институты ректоры.

Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетының психология факультеты деканы.

Ҙур халыҡ-ара фәнни проект етәксеһе. Ғәләүетдинова — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Алтын бишегем — Учалы: Ҡала һәм райондың ҡыҫҡаса энциклопедияһы. — Өфө: Китап, 2003. — 264 бит, илл
  2. http://ufasmart.ru/ 2016 йыл 12 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә