Ғәлләмов Рушан Рәхимйән улы

философия фәндәре кандидаты, социология фәндәре докторы, профессор

Ғәлләмов Рушан Рәхимйән улы (27 октябрь 1962 йыл) — социолог. Философия фәндәре кандидаты (1990). Социология фәндәре докторы (1997). Профессор (2000)[1][2]

Ғәлләмов Рушан Рәхимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 октябрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d] һәм социология фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Рушан Рәхимйән улы Ғәлләмов 1962 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем ала. Юғары уҡыу йортон 1985 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлын баш ҡаланың 45-се мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1987—1988 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының философия кафедраһының өлкән хеҙмәткәре, уҡытыусыһы.

1990 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы аспирантураһын тамамлай, 1990—1993 йылдарҙа ошо уҡыу йортонда эшләй.

1993—1997 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институтында докторантурала уҡый. 1997—1998 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1998—2003 йылдар — Башҡорт дәүләт аграр университетының философия һәм социология кафедраһы профессоры. 2003—2007 йылдарҙа шунда уҡ кафедра мөдире була. 2008 йылдан алып философия, социология һәм педагогика кафедраһы профессоры[2].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Рушан Ғәлләмовтың төп тикшеренеү өлкәһе — этносоциология һәм этнополитология; элитология; хәҙерге ҡала социологияһы һәм урбанизация; хәҙерге юғары белем проблемалары. 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә