Ғәзизов Әҡсән Хәсән улы

Гәзизов Әҡсән Хәсән улы 1952йылдың 3 июнендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған.1969 йылда Иҫке Собхан урта мәктәбен тамамлай һәм

бер йыл Бөрйән лесхозында эшләгәндән һуң,1970 йылда Өфө нефть институтының етештереү процессын автоматлаштырыу факультетына уҡырға инә.Уға

аспирантурала уҡырға тәкдим ителә,ләкин ул НГДУ "Краснохолмскнефть"предприятиеһында-Башҡортостаның иң йәш нефть сығарыусы предприятиеһында эш

башлай Эшен автоматлаштырыу цехында слесарь булып башлай,ләкин ярты йылда үтмәй уны цех етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр.Белеме,эш процессында

сыҡҡан проблемаларҙы дөрөҫ сисә алыу һәләте, уға карьера буйынса күтәрелергә ярҙам итә һәм ул "Краснохолмскнефть" предпрятиеһының баш инженеры

вазифаһына күтәрелә.Шул уҡ ваҡытта предприятиеның йәш белгестәр советының етәксеһе итеп ҡуйыла.Был совет уның етәкселеге астында яңы һулыш ала.

Йәш белгестәрҙең эштәре " Башнефть"тә призлы урындар яулай башлай.Әҡсән Хәсән улының ике ғәмәли эше "1981 йылда Башнефть"тә 1-се урын ала.

1981 йылда,29 йәшлек инженер №5 промысел етәксеһе итеп тәғәйенләнә.Ошо йәштәр коллекктивы НГДУ-ла ғына түгел,"Башнефть"-тә лә алдынғы урындар

яулай.Әҡсән Хәсән улы инженер-рационализатор,шахматсы,эрудит.Уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре-100 ашыу рационализаторлыҡ тәкдимдәре.Үҙенең

эшмәкәрлеге өсөн ул нефть промышленносы министрлығының Почет грамотаһы,"Башнефть"берекмәһенең,"Краснохолмскнефть"грамоталары

премиялар ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән. Ул эшләгән йылдарҙа 144 мең һумлыҡ(1990 йылға тиклемге хаҡтар менән) рационализаторлыҡ тәкдимдәр

индерелгән тауар нефттың Краснохолмский поселыгындағы иҫәп узелы, №3промыселдың,сей нефттың зонд үлсәгесе, Янауыл ҡалаһының үҙәк котельныйының

гидравлика менән эшләүсе механизмдарының схемаһы.