Ғиләүәсе — башҡорт милли гәзите булараҡ, 1918 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур ҡалаһында сыға башлай. Ул «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» матбуғат баҫмаһы урынына йәки уға ҡушымта-дауам рәүешлерәк нәшер ителә. Аҙнаға бер тапҡыр сығып, ниндәйҙер сәбәптәр буйынса 4-се һанында туҡтап ҡала. Гәзиттә Башҡортостан хөкүмәте хәрби бүлегенең бойороҡторы, ҡарарҙары һәм башҡа рәсми материалдар баҫыла.

«Ғиләүәсе»

Был гәзит биттәрендә күберәген рәсми материалдар донъя күрә. Девизы: «Йәшәһен сикләнгән ерле хөр башҡорт иле!»

Сығанаҡтар

үҙгәртергә