Яңы Таҡталасыҡ, Такталачук (башҡ. Яңы Таҡталасыҡ), Түбәнге Таҡталасыҡ — 1980 йылда Рәсәй Федерацияһының Башҡорт АССР-ы Краснокама районы составына ингән бөтөрөлгән ауы. Хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһы территорияһы составында[1].

Юҡҡа сыҡҡан ауыл
Яңы Таҡталасыҡ
башҡ. Яңы Таҡталасыҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Ҡалай округ

Ағиҙел ҡалаһы

Координаталар

55°52′35″ с. ш. 53°56′34″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Таҡталасыҡ (Рәсәй)
Яңы Таҡталасыҡ
Яңы Таҡталасыҡ
Яңы Таҡталасыҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Таҡталасыҡ

Географияһы

үҙгәртергә

Республиканың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһы буйында [2], Нефтекама ҡалаһынан яҡынса 45 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1980 йылда буласаҡ Башҡортостан АЭС-ы юлдаш ҡалаһы — Ағиҙел эшселәр ҡасабаһына индерелә.

Ауылға 1906 һәм 1911 йылдар араһында Бөрө өйәҙендә Минзәлә өйәҙенең Гәрәй түбәһе Үрге һәм Түбәнге Таҡталасыҡ (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылы) ауылы кешеләре нигеҙ һала[3]. Ауыл улус үҙәге Яңы Ҡабан ауылынан 3 саҡрым алыҫлыҡта нигеҙләнгән. 1920 йылғы йәниҫәп буйынса унда 63 хужалыҡ иҫәпләнгән. Ошо йәниҫәптән һуң Яңы Хажи ауылы янында Таҡталасыҡ атамалы тағы бер ауыл барлыҡҡа килгән[4].

1920 йылда — 278; 1939—380; 1959—331 кеше[5][6].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә