Яңауыл (Әлшәй районы)
Яңауыл ((урыҫ. Янаул[1]) «яңы ауыл») — Рәсәйҙең Башҡортостан республикаһы Әлшәй районындағы ҡасабаһы, 2005 йылда Раевка ауылы составына инә.
Яңауыл | |
Яңауыл | |
Рәсми атамаһы | Яңауыл |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Почта индексы | 452122 һәм 452130 |
Урындағы телефон коды | 34754 |
Тарихы
үҙгәртергә2005 йылдың 20 июлендәге 211-з һанлы «Тораҡ пункттарын булдырыу, берләштереү, бөтөрөү һәм статусын үҙгәртеүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законда түбәндәге юлдар бар:
2-се статья. Түбәндәге тораҡ пункттарын, исемдәрен һаҡлап, берләштерергә:
1) Әлшәй районында:
в) Раевка ауыл Советының 1513 км тимер юл будкаһы тораҡ пункты, 1509 км тимер юл будкаһы тораҡ пункты, Яңауыл ҡасабаһы һәм Раевка ауылын, «Раевка (Әлшәй районы)» атамаһын һаҡлап, тораҡ пункты — ауыл тибындағы берләштерелгән тораҡ пуктын булдырырға;
Урамдар
үҙгәртергә- урам Вишневый
- урам Мәжит ғафури
- урам Интернациональ
- урам Колхозда
- урам Матросов
- урам Медик
- урам Механизатор
- урам Новосельский
- урам Парк
- урам Подгорная
- урам Ҡояш
- урам Туҡай
- урам Мәктәп
Күренекле кешеләре
үҙгәртергәЯңауыл ауылынан байтаҡ ҡына күренекле шәхестәр сыҡҡан. Шулар араһында 1912 йылғы Ватан һуғышы батырҙары ла бар. Мәҫәлән, Ильяс Юлдашев, 13-сө Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнаша. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән бүләкләнә.
Ҡотлозаман Ишкилдин (1785—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Рамаҙан Ҡаҙыбәков, 13-сө Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.
Сығанаҡтар
үҙгәртергәАсфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә — ил тарихы. Өфө. Китап. 1993. 6000 дана. 256 бит.
Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге. Өфө. Китап. 2002. 5000 дана. 253 бит.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башк. кн. изд-во, 1980. С. 185. — 199 б.