Яңауыл районы тауҙары

Викидатала элемент юҡ

Яңауыл районы тауҙары — Яңауыл районы территорияһында урынлашҡан тауҙар.

Йөгәмәш — тау

үҙгәртергә

Йөгәмәш ауылынан 4-5 километр төньяҡта, Урал ауылынан 2-3 километр көнсығышта урынлашҡан тау. Урындағы тыуған яҡты өйрәнеүсе Нәрмин ағай Сарманов һөйләүенсә, тау менән бәйле шундай риүәйәт билдәле. Ҡасандыр тау түбәһендә матур, ҡамышлы, йөҙөп йөрөгән өйрәктәр менән күл булған. Юныс исемле һунарсы бер өйрәкте атып алып ҡайтҡан да бешерергә ҡуйған. Өс көн һәм өс төн бешергән тиҙәр уны, әммә өйрәк бешмәгән. Ит бешкәнен тикшереү маҡсатынан ҡаҙанды йәнә бер асып ҡарағанда өйрәк осоп сығып киткән. Шунан бирле оҙаҡ, эс бошорғос, ахырына еткермәгән эш тураһында «Теге Йөгәмәш — тау өйрәге кеүек» — тиҙәр.

Биҙҙергән-тау

үҙгәртергә

Истәк һәм Ахтиял ауылдары араһында урынлашҡан ҡалҡыулыҡ. Бейек булмауына ҡарамаҫтан уның өҫтөнә менеү еңел түгел. Ҡалҡыулыҡтың барлыҡҡа килеүе тураһында легенда йөрөй. Өс бертуған Истәк, Исәмәт һәм Биҙҙергән оҙаҡ ваҡыт йорт һалырға яҡшы урын эҙләгән. Ул урын дошмандарҙан һаҡланырға уңайлы, урманға, көтөүлек ерҙәренә бай, ере уңдырышлы, һыуы эсәрлек булырға тейеш булған. Бертуғандар ошо тауға менғән. Алдағы күренеш уларҙың күңеленә ятҡан: тау битендә көтөү көтөргә, баҫыуҙарҙа бай иген уңышын үҫтерергә була. «Ошонда йәшәрбеҙ», — тигән Биҙҙергән. Әммә туғандар бергә оҙак йәшәй алмаған. Биҙҙергәнғә ерҙең әҙ өлөшө тигән кеүек тойола. Шул сәбәпле ул туғандарын ҡыуырға була. Бер-береһе менән ыҙғышып өс ағай төрлө яҡҡа тарала. Тауҙа Биҙҙергән ҡала һәм бөгөн ошо ҡалҡыулыҡ уның исемен йөрөтә.

Ҡала — тау

үҙгәртергә

Йөгәмәш ауылынан ярты километр алыҫлыҡта урынлашҡан тау. Салих ауылы яғынан Ҡала — тауҙы соҡор бүлә, ә Йөгәмәш ауылы һәм төньяҡ — көнсығыш яҡтан тау урындағы ике йөҙ метрлыҡ һөҙәклектән юғарыраҡ күтәрелә. Иҫке төрки теленән тәржемә иткәндә «Ҡала» һүҙе ҡәлғә, нығытылған урын тигәнде аңлата. Тау ысынлап та ошо маҡсаттарға уңайлы, сөнки уға инеү юлы бар яҡлап та ҡатмарлы.

Бейек — тау

үҙгәртергә

Ишбулды ауыл биләмәһендә урынлашҡан тау. Районга көньяҡтан килеүселәрҙе ҡаршы алып тора. Ижбулды яғынан ҡарағанда юғары түбәле һәм текә битле ҡалҡыулыҡ башҡаларҙан айырылып торғаны өсөн халыҡ уға ошондай исем бирә. 90-сы йылдарҙа, райондың 70 йыллығын байрам итеү алдынан, Бейек-тауҙың текә битенә йәш ҡарағайҙар һәм шыршылар ултыртыла. Бөгөнгө көндә был ағастар үҫеп тау итәген ярым түңәрәк итеп уратып алған һәм тау бөгөн айырыуса матур күренә.

Кокуш тауы

үҙгәртергә

Яңғыҙнарат ауылы янындағы тау. Ҡасандыр был тау бөтенләй ҙә кеше иғтибарын йәлеп итмәгән. Риүәйәт буйнса элек был ерҙә Кокуш исемле баһаҙир һәм йылғыр атаман йәшәгән. Уның әллә нисә саҡрым алыҫлыҡҡа ишетелгән һыҙғырған тауышы урындағы халыҡтың ҡотон алған. Ҡыйыу, ҡурҡыуҙы белмәгән Кокуш тирә — яҡтағы ауылдарға һөжүм яһап бай сауҙагәрҙәрҙе талай, әммә ярлы крәҫтиәндәргә ҡағылмай. Боронғо кешеләр һүҙҙәре буйынса, Кама аръяғынан күсеп килеүселәрҙең тәүгеләре уның әсе һыҙғырыуын ишетергә етешкән. Шул иҫәптән күсеп килеүсе Зайцевтар Ваня йылғаһы буйлап аҫка төшөргә һәм элеге Зайцево аулы урынында урынлашырга мәжбүр булған. Әлеге көндә лә тау уҫал атаман исемен йөрөтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Коллектив авторов. Люблю свой край зеленый. — Янаульский МР: Редакция газеты "Янаульские зори" ООО Янаульская городская типография. -->

Һылтанмалар

үҙгәртергә