Яҡшымбәт (Әбйәлил районы)

Яҡшымбәт (Әбйәлил районы) — бөткән ауыл.

Яҡшымбәт
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Ырымбур губернаһы

Тарихы үҙгәртергә

Урһыҡ йылғаһы буйында тамъяндарҙың Яҡшембәт ауылы булған. V ревизия буйынса 1795 йылда 8 ихата, шул иҫәптән бер типтәр йорто була. Бөтә халыҡ 71 кеше тәшкил иткән. 1859 йылда 12 ихатала 56 кеше йәшәгән. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 14 йортта 55 кеше йәшәгән. Күренеүенсә, ауыл тормошо һүрелә, һәм бөгөн ул республика картаһында юҡ. Тәүге төпләнеүсе Теләкбирҙе һәм Кинйәбулат Яҡшымбәтовтарҙың улдары билдәле.

Кинйәбулат, 1812 йылда һуғышта ҡатнашыусы, ике көмөш миҙал алыусы. Әбелҡасим Илембәтов һәм Әлиғол Һөйәрғолов 1828—1829 йылдарҙа Бессарабияла кордон хеҙмәтен үтәләр.

88 кеше йәшәгән йортта 80 ат, 40 һыйыр, 30 һарыҡ һәм 10 кәзә була. Иген сәселмәгән тиерлек. 8 бот ужым һәм 88 бот яҙғы иген — был 1842 йылғы бөтә сәсеү[1].

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 34. — ISBN 978-5-295-04683-4.