Яҡут тоҙло сығанағы

Яҡут (Яҡуп[1]) тоҙло һыу сығанағы — Ҡаҙлайыр йылғаһының һул яҡ ярындағы шишмә. Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Яҡут ауылындағы тәбиғәт ҡомарттҡыһы (1965 йылдан)[2]. Һыуы шифалы, үтә күренмәле, тоҙло, көкөрт водород еҫе килә. Урындағы халыҡ элек — электән сығанаҡтағы һыуҙы ревматизмдан, радикулиттан дауаланыу өсөн файҙалана[3].

Яҡут тоҙло сығанағы
Сығанаҡ төрөшишмә 
Ил
РегионБашҡортостан

Сығанаҡты тоҙло карст янындағы бик тәрән булмаған һыуҙар туйындыра. Ваҡ шишмәләр сыҡҡан ерҙә ҙур булмаған күл барлыҡҡа килгән.

Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре (ООПТ) тәғәйенлеше:

Минераль сығанаҡты һаҡлау.

Һаҡлау объекты: Мөһим фәнни һәм практик әһәмиәтендәге минераль сығанаҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Главная страница(недоступная ссылка)
  2. (Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465)
  3. Якутовский соленый источник

Һылтанмалар

үҙгәртергә