Яҙыу машинаһы [1] — механик, электромеханик йәки электрон-механик прибор, клавишалар йыйылмаһы менән йыһазландырылған, клавишаға баҫҡанда тейешле символ ҡағыҙға баҫала. XIX—XX быуаттарҙа киң ҡулланыла. Әлеге ваҡытта яҙыу машиналарының күпселеге ҡулланылыштан сыҡҡан, уларҙың функцияларын принтерҙар менән йыһазландырылған персональ компьютерҙар башҡара.

Яҙыу машинаһы (. 1896 йылдан етештерелгән Underwood, фронталь рычаг-литер кәрзинәле беренсе популяр машина була.
Хансен Райтинг Бэлл коммерция нигеҙендә эшләнгән беренсе яҙыу машинаһы (1870)

Күпселек яҙыу машиналарының эш принцибы металл йәки пластик хәрефтәр махсус рычагтар ярҙамында ҡағыҙға баҫылат. Тейешле клавишаны баҫҡанда рычаг ҡара менән һуғарылған таҫмаға һуға, шулай итеп, ҡағыҙҙағы буяу эҙе ҡала. Киләһе символ мисәте алдынан ҡағыҙ биттең автоматик күсә (шулай уҡ, ҡағиҙә булараҡ, буяусы таҫма ла күсә). Бер үк документтың бер нисә күсермәһен баҫтырыу өсөн ғәҙәти ҡағыҙ биттәр араһында һалынған күсермә ҡағыҙҙары ҡулланыла.

Башҡа техник ҡоролмаларҙың күбеһе кеүек үк, яҙыу машинаһы механизмын эшләү бер кешенең тырышлығы һөҙөмтәһе булмай.

Текстарҙы ҡығыҙға баҫыу идеяһы күптән килә. Бындай машинаға беренсе патентты Англия королеваһы Анна Генри Миллгә (ингл. Henry Mill) 1714 йылда уҡ биргән. Уйлап табыусы машинаны ғына түгел, ә ҡағыҙға символдарҙы эҙмә-эҙлекле баҫтырыу ысулын да патентлай. Әммә уның уйлап табыуы тураһында ниндәй ҙә булһа ентекле мәғлүмәт, шулай уҡпатентланған машинаның ысынбарлыҡта булыуы һәм ҡулланылыуы тураһында мәғлүмәттәр һаҡланмаған.[2] (инг.)</ref>

 
Шоулз һәм Глиддендың яҙыу машинаһының прототибы (1873), коммерция йәһәтенән уңышлы һәм QWERTY-клавиатуралы беренсе машинка.
 
Уитстондың баҫма машинаһы

Тик 100 йыл үткәс кенә тағы ла тиҙ баҫма яһау мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Яҡынса 1808 йылда Пеллегрино Турри (инг.)баш. (.) (Pellegrino Turri), шулай уҡ күсермә ҡағыҙын уйлап табыусы булараҡ билдәле, үҙенең баҫма машинаһын эшләй. Уның уйлап табыуы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бөгөн билдәһеҙ, әммә беҙҙең көндәргә тиклем был ҡоролмала баҫылған текстар һаҡланған.[3]

Төрлө ғалимдар был өлкәлә үҙ көстәрен һынап ҡарай, уларҙың береһе Чарльз Уитстон була. 1850-се йылдарҙа ул 3 яҙыу машинаһын эшләй, әммә был ҡоролмаларға патент алмай һәм уларҙы күпләп сығарырға тырышмай.[4]

1868 йылдың 23 июнендә Висконсиндың Кристофер Лэтем Шоулз үҙенең яҙыу машинаһына патент ала; алты йылдан һуң ул Ремингтон No 1[2] исеме менән донъя күрә.

 
Революцияға тиклемге Рәсәйҙә яҙыу машинкаһын почта аша ирекле һатып алырға йәки заказ биреп алырға мөмкин булған

Революцияға тиклемге Рәсәйҙә яҙыу машинкалары етештерелмәй, әммә ҡулланыла. Әммә революцияға тиклемге орфография үҙенсәлектәре арҡаһында клавишаларҙың урынлашыуы хәҙергеһенән бер аҙ айырыла: ]</ref>. В более позднее время наиболее распространёнными отечественными марками пишущих машин в СССР были «Украина» (канцелярская), «Башкирия» (канцелярская), «Москва» (портативная), «Любава» (портативная) и «Ятрань» (канцелярская). Из зарубежных достаточно широко были распространены пишущие машины марок «Оптима» и «Роботрон» (ГДР, канцелярские, в разных модификациях), «Эрика» (ГДР, портативная), «UNIS tbm de luxe» (СФРЮ, портативная со стандартным шрифтом в отличие от прочих портативных, у которых был уменьшенный по размеру шрифт) по лицензии «Олимпии» (ФРГ)) и «Консул» (ЧССР, портативная)[5]. Свободно приобрести или заказать машинку по почте в СССР, в отличие от дореволюционной России и от капстран, несмотря на их массовое производство было нельзя:[6]Ҡалып:Неавторитетный источник Поправка: по крайней мере портативная машинка «Москва» и по крайней мере с 1978 года продавалась без ограничений по цене 135 рублей. -->

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Максим Кронгауз. «На смерть пишущей машинки». Arzamas.
  2. 2,0 2,1 Oden, Charles Vonley (1917), «Evolution of the Typewriter», New York: Printed by J. E. Hetsch, сс. 17—22, <https://archive.org/details/evolutionoftypew00oden>  (инг.)
  3. Куприянов Алексей. Черный прямоугольник. 200 лет исполнилось копировальной бумаге. Полит.ру (20 октябрь 2006). Дата обращения: 30 апрель 2010. Архивировано 26 август 2011 года.
  4. Иванов Александр Чарльз Уитстон (Charles Wheatstone) // Музей Истории Телефона. — telhistory.ru. — С. Полет мысли.
  5. Ассортимент пишущих машин советского и иностранного производства (как правило, из соцстран), присутствовавших на рынке СССР в середине 1980-х годов, описан в книге Г. М. Белоусова (См.: Белоусов Г. М. Средства организационной техники; каталог-справочник. М., Изд-во «Экономика», 1985, стр. 4-8; Сборник полезных статей о пишущих машинках. Выпуск № I. М., Клуб любителей пишущих машин, 2016).
  6. Митюшёв В. П. Записки обыкновенного человека. — Т. 3 — С. 377.