Яугир-десантсы һәйкәле
Яугир-десантсы һәйкәле Төмәндә ҡаланың Көнсығыш районында ҡуйылған
Яугир-десантсы һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Төмән |
Тарихы
үҙгәртергәҺәйкәл «Төмән өлкәһе десантсылар союзы» йәмәғәт ойошмаһы штаб-фатиры эргәһендә ҡуйыла һәм 2010 йылдың октябрендә тантаналы асыла. Һәйкәлде асыу сараһында Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан һуғышы һәм Чечен Республикаһы һуғышы ветерандары, шулай уҡ ветерандар ойошмалары вәкилдәре, округ етәкселәре һәм Төмән халҡы ҡатнаша.
Скульптура десантсының ҡулында ПК пулеметы тотҡан Һауа-десант ғәскәрҙәре формаһындағы бронза фигуранан ғибәрәт. Һәйкәл ҡара мәрмәр плиткалы гранит обелискҡа ҡуйылған, унда былай тигән яҙыуҙар (десантсылар тураһында йыр һүҙҙәре):
Сыны Маргелова
Мы живём по законам своим -
Честь, отвага, десантное братство,
И под небом страны голубым
Мы за это готовы сражаться.
В. Пухов
Монументтың авторы — Сергей Калиновский - һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры. Ул монументты үҙенең оҫтаханаһында тулыһынса үҙ аҡсаһына фекерҙәштәренең ярҙамында һауа-десант ғәскәрҙәренең йәмәғәт ветерандар ойошмаһы инициативаһы менән төҙөй. Бының өсөн 2011 йылдың 19 февралендә Сергей Калиновскийға Төмән ҡалаһында десантсылар хәрәкәтенең үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Йәмәғәт советы рәйесе Сергей Шерматов тарафынан «Генерал В. Ф. Маргелов армияһы ордены» тапшырыла.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятники Тюмени. Монумент «Воин-десантник» . Городище 72 Тюмень. Дата обращения: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года. 2012 йыл 19 апрель архивланған.
- Памятник Воину-десантнику в Тюменской области . ЕкатГид. Дата обращения: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.
- Открытие памятного знака «Воину десантнику» в г. Тюмень . Союз десантников России (10 май 2010). Дата обращения: 10 апрель 2012. Архивировано 16 май 2012 года.