Яугир-автомобилистар һәйкәле
Иҫтәлекле урын | |
Яугир-автомобилистар һәйкәле
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Новочеркасск |
Төҙөлөшө | 2002—2004 йылдар |
Бөгөнгө хәле | яҡшы |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Новочеркасск. Памятник воинам-автомобилистам |
Яугир-автомобилистар һәйкәле — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһындағы һәйкәл.
Тарихы
үҙгәртергәНовочеркассктағы яугир-автомобилистар һәйкәле Ростовтан сығыу һәм Силикатная урамдары сатында, Рәсәй Хәрби Көстәренең Көньяҡ хәрби окргуы составындағы 49-сы дөйөм ғәскәри армияның 293-сө айырым автомобиль батальонының (46027-се хәрби часть) контроль-үткәреү пункты алдына ҡуйылған. Һәйкәл 2004 йылдың октябрендә, автомобилселәр көннөдә асыла.
Афған кампанияһы һәм Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операция йылдарында Новочеркасск автомобиль батальонының 10 хәрби хеҙмәткәре Тыуған иленә әйләнеп ҡайтмай. Чечняның Аргун ҡалалһы эргәһендә федераль ғәскәрҙәр колоннаһы утҡа тотола. Бер нисә машинала рулдә Новочеркасск автобаты һалдаттары була. Һәйкәл Афғанстанда һәм Чечняла һәләк булған яугирҙар хөрмәтенә ҡуйыла.
Һәйкәл ҡуйыу идеяһы часть хәрбиҙәрендә тыуа һәм командирҙар, һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләре тарафынан хуплау таба. Һәйкәл проекты Ростовтың «Донпроект» институтында эшләнә һәм хәрби часть етәкселекге менән раҫлана. Һәйкәлде ҡуйыуҙа Новочеркасск эшҡыуарҙары, автомобиль батальонының хәрби хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Һүрәтләнеше
үҙгәртергәЯугир-автомобилистар һәйкәле арка һәм уның эсенә эленгән ҡыңғырау рәүешендәге бетон ҡоролманан ғибәрәт. Объект ике баҫҡыслы ҡара постаментҡа урынлаштырылған. Уның өҫкө өлөшөнә православие тәреһе ҡуйылған, аҫҡы өлөшөнә өс табличка һәм автомобиль эмблемаһы беркетелгән. Бер табличкала: «Һәләк булған яугир-автомобилистарға», — тигән яҙыу бар. Ҡалған икеһендә һәләк булғандарҙың исемдәре һәм үлгән йылдары яҙылған: В. Ю. Безродный (1982), В. А. Билякаев (1982), С. Н. Гаврилов (1994), И. И. Бережполов (1995), А. Я. Третина (1995) һ. б.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Новочеркасск. Энциклопедия. Новочеркасск. Изд. Новопринт. 2005. ISBN 5-94549-006-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памятник воинам-автомобилистам
- Новый памятник — погибшим автомобилистам