Ян Домбровский паркы (Познань)

Ян Домбровский паркы (пол. Park Jana Henryka Dąbrowskiego) — Польшала Познань ҡалаһының иҫке өлөшөндәге парк. Парк төньяҡта Огородовая, көнбайышта Ратайчак, көнсығышта Пулвейская һәм көньяҡта иҫке һыра ҡайнатыу бинаһы менән сикләнгән. Парк поляк генералы Ян Домбровский исеме менән аталған.

Ян Домбровский паркы
Рәсем
Дәүләт  Польша
Административ-территориаль берәмек Познань[d]
Карта
 Ян Домбровский паркы (Познань) Викимилектә

Ян Домбровский паркына инеү урыны, Познань, Польша
Парктың фрагменты

Парк һуғыш араһында элекке кальвинистар һәм лютеран зыяраты территорияһында төҙөлгән.

1832 йылда чех туғандарының дини хәрәкәте вәкилдәре Познандә ер участкаһы һатып ала, унда билдәле Мычильскийҙар ғаиләһенең усадьбаһы урынлаша. Шулай уҡ был участкала шарап заводы булған. Чех туғандар был участкала зыяратты төҙөкләндерә, ул һуңыраҡ яҡындағы Изге Петр мәхәлләһенең милкенә күсә.

1936 йылдан зыяратта ерләүҙәр башҡарылмай. 1936 йылда тәбиғәтте һаҡлау буйынса төбәк комитет зыяратты тәбиғәт паркы итеп үҙгәртә.

1945 йылдың зыярат хәрби хәрәкәттәр барышында ҙур емереүҙәргә дусар була. Зыяраттан алыҫ түгел Һалдаттар йорто урынлаша, ул Гестапо штабы була. Гестапо штабын алыу өсөн ҡаты һуғышта, зыярат территорияһында урынлашҡан күпселек ағастар һәм ҡәбер таштары зыян күрә. Тулыһынса урман юҡҡа сыға һәм һирәк осрай торған ҡусҡар төрҙәре һәләк була. Тик бер нисә ҙур булмаған каштан, тирәк, йүкә һәм ҡорос ағасы һаҡланып ҡала. Шулай уҡ Мычильскийҙар усадьбаһы тулыһынса емерелә.

Һуғыштан һуңғы ваҡытта зыярат яңынан парк итеп ҡорола, ул «Азатлыҡ паркы» исемен йөрөтә. 1990 йылдарҙан һуң парк поляк генералы Ян Генрик Домбровский хөрмәтенә үҙгәртелә.

Хәҙерге ваҡытта

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта парк 4 гектар майҙанды тәшкил итә. Быуаны тәрәнәйтеү буйынса пландар бар.

Парктың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Һәйкәл-түгел скульптураһы композицияһы һәм методистик Изге Тәре сиркәүе урынлашҡан.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Helena Szafran, Miasto Poznań i okolica, Poznańskie Towarzystwo Przyjaciół Nauk, Poznań, 1959, стр.139-140
  • Poznań — atlas aglomeracji 1:15.000, wyd. CartoMedia/Pietruska & Mierkiewicz, Poznań, 2008, ISBN 978-83-7445-018-8