Ялалетдинов Альберт Рәйес улы

производствоны ойоштороусы, техник фәндәр кандидаты (1990

Ялалетдинов Альберт Рәйес улы (6 ноябрь 1960 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер. Техник фәндәре кандидаты (1990)[1]

Ялалетдинов Альберт Рәйес улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ноябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Учалы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал аграр университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Альберт Рәйес улы Ялалетдинов 1960 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Учалы ҡасабаһында тыуған. 1982 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау институтын (хәҙер Силәбе дәүләт агроинженерия академияһы) «инженер-механик» һөнәре буйынса, 2002 йылда Урал идаралыҡ итеү институтын «менеджмент» һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда «Йылайыр» игенселек совхозында (Башҡорт АССР-ы) ремонтсы булып башлай.

1982—1984 йылдарҙа Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау институтында инженер, 1984—86 йылдарҙа «Ирәндек» совхозында (Башҡорт АССР-ы) баш инженер, 1986—1987 йылдарҙа «Уралалтын» берекмәһенең сәнәғәт участкаһында механик булып эшләй. 1987 йылдан Челябинскагропромснаб-1 предприятиеһының өлкән инженеры. 1990 йылда «СТ» фирмаһын ойоштора һәм уны етәкләй, был фирма Силәбе өлкәһендә пластик тәҙрәләрҙе етешетереү һәм монтажлау буйынса Силәбе өлкәһендә алдынғы урындарҙы биләй. 1999 йылда Ялалетдинов Силәбе компрессор заводын ойоштора, унда компрессор ҡоролмалар етештереүҙе яйға һала. Эшенең тәүге йылында уҡ 8 агрегат етештереп сығара. 2006 йылға предприятиела айына 100 ҡоролма етештерергә мөмкинлек биргән производство ҡеүәттәре булдырыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә