ЯНАО башҡорттары
ЯНАО башҡорттары — Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәгән башҡорт диаспораһы.
ЯНАО башҡорттары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ямал-Ненец автономиялы округы |
ЯНАО-лағы башҡорт ижтимағи ойошмалары
үҙгәртергәНоябрьск
үҙгәртергәНоябрьскиҙағы Башҡорт ҡоролтайы 2013 йылдан эшләй. 2013 йылда йәмәғәт ойошмаһы сиктәрендә «Ғаилә ҡор» клубы булдырыла — ул яңғыҙаҡтарға үҙенең ишен табырға һәм ныҡлы, татыу ғаилә булдырырға мөмкинлек бирә.
Төрки халыҡтарҙың милли мәҙәниәте традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау, халыҡ ижадын популярлаштырыу, һәләтле башҡарыусыларға ярҙам итеү, Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Башҡортостан республикаһы араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсаты менән «Һабантуй» башҡорт милли байрамын ойошторола. Проект урындағы һәм төбәк субсидиялары ярҙамында тормошҡа ашырыла [1].
Ноябрьск ҡалаһының «Башҡорт ҡоролтайы» ҡала халҡы өсөн бик күп файҙалы һәм кәрәкле эштәр башҡара. «Минең тарихи Ватаным» милли-мәҙәни традицияларҙы тәрбиәләү һәм экстремизмды иҫкәртеү, этник-ара һәм мәҙәни-ара мөнәсәбәттәрҙе гармониялаштырыу программаһы тормошҡа ашырыла. Башҡорт халҡының фольклор мираҫын һаҡлау һәм ҡатнашыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу менән шәхес мәҙәниәтен формалаштырыу проекты «Ҡобайыр» театр коллективы шарттарында 2014 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
«Мәктәп вокаль-инструменталь ансамбле» проектында 14-18 йәштәге 18 бала ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнә[2].
2016 йылда Ноябрьскиҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары ҡатнашлығында Ямал-Ненец автономиялы округы урындағы Башҡорт ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы уҙғарыла. Бер майҙанда Ямал милли-мәҙәни автономиялары йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән тәжрибә уртаҡлашыу, йөкмәткеле фекер алышыу үтә.Пленар ултырышта һүҙ округтың ҡала һәм райондарында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында бара. Төбәктә милли телевидение һәм радиотапшырыуҙарҙы һаҡлау, башҡорт телендә гәзит-журналдар сығарыу мәсьәләләре тикшерелде. Йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһы ҡуҙғатылды. Сара сиктәрендә Ноябрьскиҙың Музей ресурстар үҙәгендә «Башҡорт ҡоролтайы» һәм татар-башҡорт милли-мәҙәни автономияларының ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойошторола[3]
ЯНАО-ла башҡорттар һаны
үҙгәртергә1959 — 25 (0,0 %)
1970 — 113 (0,1 %)
1979 — 871 (0,5 %)
1989 — 6830 (1,38 %)
2002 — 7932 (1,56 %)
2010 − 8 297 (1,7 %)[4]