Юҡтырһың да, Алла!

БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1915 йылда яҙылған

Юҡтырһың да, Алла! — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1915 йылда яҙылған. 9 кластар өсөн «Башҡорт теле» һәм «Туған әҙәбиәт» дәрестәре программаһына индерелгән[1].

Юҡтырһың да, Алла!
Атамаһы Юҡтырһың да, Алла!
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1915

Мәжит Ғафуриҙың Октябрь инҡилабына тиклемге ижады

үҙгәртергә

1914 йылда тоҡанған Беренсе донъя һуғышы хеҙмәтсәндәргә бөтмәҫ ауырлыҡтар килтерә, халыҡ тормошондағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы тағы ла көсәйткән ҡаза була. Шағир Мәжит Ғафури һуғышты көтөлмәгән ҙур бәлә итеп ҡабул итә. Һуғыш осоронда әҙәбиәттә күҙәтелгән төшөнкөлөк, тормоштан ризаһыҙлыҡ хистәре Мәжит Ғафури ижадында ла сағыла. Һуғышты Ғафури ике тарихи осор араһындағы сихри өҙөклөк — фитрәт заманы тип атаны. «Фитрәт заманы» (1914) шиғырында бындай ләғнәтле хәлдән ҡотҡарырлыҡ берҙән-бер көс тәңре, алла ғына булыуын таныны. Ил һәм халыҡ өҫтөнә килгән тарихи-ижтимағи трагедия — һуғышты аңлау юлында ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡараштар аша шаҡтай үҫеү юлын үтте[2][3].

«Юҡтырһың да, Алла!» шиғыры

үҙгәртергә

Белеүебеҙсә, «Кем ул?» шиғырында һәм «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә» хикәйәһендә лә автор халыҡтың һуғышҡа ҡарата нәфрәтен һәм был ҡан ҡойошто оло гонаһ, енәйәт итеп ҡабул итеүен сағылдырған. 1915 йылда Мәжит Ғафури лирик геройы Аллаһы тәғәләгә ҡарашын төбәгән «Юҡтырһың да, Алла!» шиғырын ижад итә. Был әҫәрҙе заманаһы өсөн бик ҡыйыу аҙым тип билдәләргә кәрәк, сөнки Ғафури иң изге төшөнсә – Аллаһы Тәғәләнең барлығын икеләнеү аҫтына ҡуя һәм уға тормошобоҙҙағы әсе, түҙеп торғоһоҙ ауырлыҡтарҙы ебәреүенә асыуын белдерә. Совет осоронда был шиғырҙы Алланы кире ҡағыусы атеистик әҫәр итеп тәфсирләнеләр. Әммә ысынында был кире ҡағыу түгел, ә ошо мәхшәр заманында ғәҙелһеҙлекте, ябай ер кешеһенең вәхшиллекте булдырмау тураһында үтенесе тип кенә ҡабул итергә булыр ине лә...

Дини төрки телле донъяла ҙур ғына ғауға ҡуптара был шиғыр. Өфө, Ҡазан, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙа, шулай уҡ ауыл мәсеттәрендә «диндән яҙған» шағирҙы ҡарғаған вәғәздәр әйтелә. Ырымбурҙа нәшер ителеүсе «Дин вә мәғишәт» журналының 1916 йылғы 6-сы һаны Ғафуриҙы ғәйепләүгә арнала.

Тәүге тапҡыр шиғыр «Аң» журналының 1915 йылғы 20-се һанында исемһеҙ баҫыла. Етенсе строфа унда:

 


Ярай ҙа һуң үҙең бик рәхәттә, —
Бәндәләрең бында михнәттә.
Һуғыштырып ҡарап тик тораһың,
Айырып төрлө дингә, милләткә, — тип бирелгән

Шиғыр 1918 йылда «Янған йөрәк» йыйынтығында ошо исем аҫтында баҫыла. 1950, 1954 йылғы баҫмаларҙа шиғырға «Зарилыҡ» тигән ҡушма исем бирелгән. Ләкин уларҙа һүҙҙәр үҙгәртелгән.

Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә фәндәре докторы Г. Б. Вилданова Мәжит Ғафуриҙың дини шиғриәт донъяһында ҙур бәхәс тыуҙырған шиғырының яҙылыу шарттарын аңлата:

  Әҫәргә фәлсәфәүи анализ яһағанда, уның ниндәй тарихи шарттарҙа яҙылыуын, авторының тормош-көнкүрешен белмәй тороп, әҫәрҙең тәрәнлеген тулы мәғәнәһендә аңлап булмай, тигән фекер бар фәлсәфә фәнендә. Герменевтика тип атала ул (боронғо грек аллаһы Гермес кешеләр менән аллалар араһында хәбәр ташыусы булған. Олимп түбәһендә йәшәүселәр аңлатырға теләгәнде ябай кешеләргә аңлатыусы, еткереүсе тигәндән килеп сыҡҡан был атама). Герменевтика күҙлегенән «Юҡтырһың да, Алла...» шиғырын тулы мәғәнәһендә аңлар өсөн, уның ниндәй шарттарҙа, ниндәй кисерештәр айҡанлы яҙылғанын белеү мөһим. Мәжит Ғафури үҙе «Тәржемәи хәлем» иҫтәлегендә был турала түбәндәгеләрҙе яҙа: «Һуғыш дауам итте. Эшсе-крәҫтиән ҡаны даръя булып аҡты... Фажиғәләрҙең барған һайын көсәйә һәм арта барыуы күңелгә насар тәьҫир ҡалдыра башланы. Бының берәй сиген, ҡан даръяһы ағыуҙың аҙағын күрге килә башланы. Казарма яндарында мәхшәр булып, балаларын оҙатҡан ата-әсәләр, аталарын оҙатҡан йәш балалар тулды. Мин бында сәғәттәрсә ҡарап ултырҙым. Шул ваҡытта «Юҡтырһың да, Алла...»ны яҙҙым»[4].  

Юҡтырһың да, Алла!



Юҡтырһың да, алла! Әгәр булһаң,
Сабыр итмәҫ инең был эшкә,
Бөтә ҡөҙрәтеңде бағлап ҡуймаҫ
Инең ерҙә алтын, көмөшкә…
Күрер инең көсһөҙ бәндәләрҙе,
Ярҙам итер инең уларға.
Ирек бирмәҫ инең көслөләргә
Көсһөҙҙәрҙе былай таларға,
Йәш түктермәҫ инең ҡан аралаш,
Ишетер инең аһ вә зарҙарҙы.
Күп күңелдәр эстән һыҙлап йөрөй,
Бер ҡыҙғаныр инең уларҙы.


Яратҡанһың халыҡтарҙы, фәҡәт
Тигеҙ итеп ярата алманың.
Сын мөхәббәт һәм дә шәфҡәт нурын
Тигеҙ итеп тарата алманың.
Бәндәләрең булды сын бәхетһеҙ,
Диндәрең дә бәхет бирмәне.
Тәғлимәтең ошо көнгә саҡлы
Сәғәҙәткә ирештермәне.
Хаким иттең, раббым, ер йөҙөнә
Ҡара көстө — алтын-көмөштө,
Һинең ғолувиәтең, ҡөҙрәтеңә
Ошо эштәр бер ҙә килешмәй.


Ярай ҙа һин үҙең бик рәхәттә, —
Бәндәләрең ҡан-йәш түгәләр.
Ғүмер буйҙарына михнәт сигеп,
Ғазап эстәрендә үләләр.
Ҡөҙрәтең там булһа, бер фарманың
Етмәҫ инеме һуң тыйырға?
Сын-сын татыулыҡты, мөхәббәтте
Мәңге урнаштырып ҡуйырға!
Сабыр иткән бәндәләргә вәғәҙәң
Әхирәттә ғәйәт ҙур ҙурын.
Шул вәғәҙәңдең бик аҙ ғына киҫемен
Донъялыҡта күрһәт, ас нурың!..

  • ғолувиәт — юғарылыҡ, бөйөклөк
  • там — тулы, теүәл, бөтөн

[5][6][7]

Төп фекере һәм художество алымдары

үҙгәртергә

Был шиғырҙа фәлсәфәүи генә түгел, айырым тел күренештәре иғтибарға лайыҡ. Билдәле булыуынса, башҡорт теленең грамматикаһында “-тыр-тер, -дыр-дер” ялғауҙары һәм “да, дә” ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре икеләнеүҙе, шикләнеүҙе аңлатҡанда ҡулланыла. Мәҫәлән, барғандыр, килгәндер. Шулай уҡ был юлдарҙа фекерҙәр ҡапма-ҡаршылығын да күҙәтергә мөмкин. Сөнки шикләнеү, икеләнеү, бөтөнләй инҡар итеү тигәнде аңлатмай бит әле. Шағир, тормош ауырлыҡтарынан сығып, «Ә, бәлки, ул юҡтыр?..» тигән һорау ҡуя. Йәғни Алланың юҡлығын, йә барлығын иҫбатлауҙы Ғафури тәүге планға ҡуймай.

Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури үҙ заманында кеше күңелдәрен тетрәндерерлек итеп яҙылған әҫәрҙәр генә түгел, ә бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда ла бик актуаль әҫәрҙәр ижад иткән[8].

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы

үҙгәртергә

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[9].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (399-400, 480 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.

 

Һылтанмалар

үҙгәртергә

международным участием), посвященной 70-летию со дня открытия Мемориального дома-музея Мажита Гафури в Уфе 21-22 марта 2018 г., Уфа, Россия. филос. ф. д., БашДУ профессоры Г. Б. Вилданова. МӘЖИТ ҒАФУРИҘЫҢ “ЮҠТЫРҺЫҢ ДА, АЛЛА...” ШИҒЫРЫНА ФӘЛСӘФӘҮИ АНАЛИЗ, 58-63 бб.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  2. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (399-400, 480 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  4. Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием), посвященной 70-летию со дня открытия Мемориального дома-музея Мажита Гафури в Уфе 21-22 марта 2018 г., Уфа, Россия. филос. ф. д., БашДУ профессоры Г. Б. Вилданова. МӘЖИТ ҒАФУРИҘЫҢ “ЮҠТЫРҺЫҢ ДА, АЛЛА...” ШИҒЫРЫНА ФӘЛСӘФӘҮИ АНАЛИЗ 58-63 бб.
  5. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (399-400, 480 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  6. Башҡорт әҙәбиәте. 9 класс өсөн уҡыу дәреслеге
  7. "Суфизм и восточная поэзия - ключ к пониманию творчества Мажита Гафури" | ГТРК «Башкортостан», «Переплёт», 21.08.2021 г. 2021 йыл 1 октябрь архивланған.
  8. Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием), посвященной 70-летию со дня открытия Мемориального дома-музея Мажита Гафури в Уфе 21-22 марта 2018 г., Уфа, Россия. филос. ф. д., БашДУ профессоры Г. Б. Вилданова. МӘЖИТ ҒАФУРИҘЫҢ “ЮҠТЫРҺЫҢ ДА, АЛЛА...” ШИҒЫРЫНА ФӘЛСӘФӘҮИ АНАЛИЗ, 58-63 бб.
  9. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури