Югра дәүләт университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Югра дәүләт университеты (ЮДУ) — Рәсәйҙең Ханты-Мансийск ҡалаһында урынлашҡан университет. 2001 йылдың октябрендә асыла.

Югра дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 2001[1]
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1][2]
Административ-территориаль берәмек Ханты-Мансийск
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][3]
Рәсми сайт ugrasu.ru
Карта
 Югра дәүләт университеты Викимилектә

2001 йылда Ханты-Мансийскиҙа булған уҡыу йорттарының филиалдары: Төмән дәүләт ауыл хужалығы академияһы, Нижневартовск дәүләт педагогия институты, Себер автомобиль-юл академияһы, Төмән дәүләт ауыл хужалығы академияһы һәм Бөтә Рәсәй дәүләт һалым академияһыбазаһында ойошторола[4][5][6][7]. Югра дәүләт университеты төбәктә федераль ҡарамаҡтағы беренсе уҡыу юғары уҡыу йорто була[8].

2003 йылда университет өсөн яңы төп бина төҙөлә, ул Ханты-Мансийскиҙа ул ваҡытта иң бейеге була[9][10].

2007 йылда университет составына уның филиалдары булған дүрт урта белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениеһы индерелә[11].

Университет аяҡҡа баҫҡан осороҙа уҡытыу процесында төбәктә булған предприятиелар һәм ғилми-тикшеренеү институттарының мөмкинлектәренә баҫым яһала. Атап әйткәндә, элекке информатика һәм ғәмәли математика факультеты белем биреүҙе Югра мәғлүмәт технологиялары ғилми-ғәмәли институты базаһында алып бара[12].

2013 йылда Югра дәүләт университетыСочиҙа үткән Олимпиадаға волонтерҙар йәлеп итеү һәм әҙерләү үҙәгенә әүерелә[13].

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
 
Университет корпустары

Юғары уҡыу йорто Чехов урамындағы бер-береһе менән тоташҡан биш корпуста урынлаша, уларҙың дүртеһе уҡыу корпусы, береһе — административ. Вуз составына шулай уҡ аудиториялары, бассейны һәм спорт залдары булған Спорт-һауыҡтырыу комплексы инә.

2018 йылда студенттар һанын яҡынса 3200 була, уларҙың 2600 самаһы көндөҙгө бүлектә уҡый. Юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны — яҡынса 570 кеше.

Филиалдары

үҙгәртергә

Университет составына түбәндәге урта-махсус уҡыу йорто базаһындағы дүрт филиал инә:

Институттары

үҙгәртергә

Университеты үҙ эсенә биш институтты һәм ике үҙәкте ала[14]:

  • Себерҙе өйрәнеү гуманитар институты;
  • Цифрлы иҡтисад институты;
  • Юридик институт;
  • Нефть һәм газ институты;
  • Өҫтәмә белем биреү институты;
  • «Тирә-яҡ мөхит һәм климаттың глобаль үҙгәреүе динамикаһы» (Нефть һәм газ институты составына инә) Фәнни-белем биреү үҙәге;
  • Төньяҡ халыҡтары үҙәге.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

2005 йылдан университетта түбәндәге ғилми структура подразделениелары ойошторола[15]:

  • Тәбиғәтте файҙаланыу уҡыу-ғилми аналитика үҙәге;
  • Инженер факультетының төҙөлөш конструкцияларын проектлау һәм ғилми тикшеренеү үҙәге;
  • Һыу менән ҡулланыу проблемалары һәм экосистема күҙәтеүҙәре лабораторияһы;
  • Югра халыҡтары телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү институтының телдәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау лабораторияһы.

2005 йылдан «Вестник Югорского государственного университета» фәнни журналы сыға[16].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 (unspecified title) — 2017-07-12 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5203408.V1
  2. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  3. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  4. Распоряжение Правительства России № 1069-р о создании в Ханты-Мансийске ГОУ «Югорский государственный университет» от 20 августа 2001 года
  5. Приказ Министерства образования РФ № 3296 от 5 октября 2001 года
  6. Общая информация. www.ugrasu.ru. Дата обращения: 1 май 2018.
  7. А. В. Ефремов. Югорский государственный университет., 2000–2005
  8. С. А. Гильманов, В. И. Загвязинский. Высшее образование в автономном округе., 2000–2005
  9. Ханты-Мансийск: Открылось новое здание Югорского государственного университета (11 июль 2003). Дата обращения: 25 ғинуар 2019.
  10. Северная страница. Дата обращения: 25 ғинуар 2019. 2019 йыл 26 ғинуар архивланған.
  11. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 7.09.2007 г. № 1186-р
  12. Югра: образование — высшее., 2007
  13. Год до Сочи. О волонтёрах и олимпийском огне. «Аргументы и Факты» (14 февраль 2013). Дата обращения: 1 май 2018.
  14. Институты Югорского государственного университета. Дата обращения: 23 ғинуар 2019. 2019 йыл 9 февраль архивланған.
  15. Ю. И. Реутов, В. А. Мищенко, А. Р. Грошев. Состояние и основные направления развития Югорского государственного университета., 2005, с. 90
  16. Ю. И. Реутов, В. А. Мищенко, А. Р. Грошев. Состояние и основные направления развития Югорского государственного университета., 2005, с. 91

Сығанаҡтар

үҙгәртергә