Эҫкерт
Эҫкерт — бесән, һалам йәки көлтәне өҫкә табан тарайта барып, тығыҙлап тултырылған дүрткел оҙонса өйөм. Ул мал аҙығын асыҡ һауала һаҡлау өсөн тәғәйенләнә[1].
Эҫкерт |
Этимология
үҙгәртергәУраҫсалағы «скирд» һәм «скирда» (боронғо урыҫса — «скирдъ»; украинса — «ски́рта», «сти́рта»; белорусса — «скíрта») балтик теленән алынған; урта. лит. «stìrtа» (бесән кәбәне), лтш. «stir̃tа» (ашлыҡты яланда киптереү өсөн эшләнгән түбәлек) латышса «stirpa» һүҙе менән бәйле[2].
Тасуирлама
үҙгәртергәЭҫкерт кәбәндән күренеше менән айырыла[3]. Кәбән түңәрәкләп һалынһа, эҫкерт оҙонса, киңлеге яҡынса 4,5-5,5 метр, оҙонлоғо 8-25 метр, бейеклеге 6-7 метр. Эҫкерткә ҡоро бесән йәки һалам һалалар[4].
Элгәре ашлыҡты икенсе урында һуҡҡанда, йыш ҡына баҫыуҙа көлтәнән эҫкерт эшләгәндәр. Был уңайлы, сөнки ураҡ ваҡытында транспорт һәм ҡасан эшсе ҡул етерлек булмай,был ҡайһы саҡ уңайһыҙ булһа ла, уны ҡышҡын ташып алалар, . Йыш ҡына итеп баҫыуҙарҙа һаламды һаҡлыҡҡа бик үк сифатлы булмаған фураж итеп ҡалдыралар, кәрәге сыҡмаһа,яҙғыһын уны яндыралар. Оҙаҡ һаҡлаған осраҡта, ғәҙәттә, яуым-төшөм зарар килтермәһен өсөн өҫтөнә полиэтилен йәки һалам ҡатламы ябалар, ел-буран осормаһын өсөн уларҙың өҫтөнә ауыр әйбер бәйләп ҡуялар.
Элек эҫкертте ҡул көсө менән, һәнәктәр ярҙамында һалһалар, хәҙер был эштә йыш ҡына техника ҡулланыла, йыш ҡына төргәк йәки брикеттар эшләп өйәләр[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Скирда — Словарь В. И. Даля
- ↑ Скирд, Этимологический словарь русского языка. — М.: Прогресс М. Р. Фасмер 1964—1973.
- ↑ Скирд, Школьный этимологический словарь русского языка. Происхождение слов. — М.: Дрофа Н. М. Шанский, Т. А. Боброва 2004.
- ↑ Скирда, Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия 1969—1978.
- ↑ Скирдование, Энциклопедия сельского хозяйства.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Скирда // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)