Эш буйынса ― рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың 1899 йылда баҫылған хикәйәһе.

Эш буйынса
Нигеҙләү датаһы 1899
Атамаһы По делам службы
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1899
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалары

үҙгәртергә

Чеховтың башында үҙенә ҡул һалыусы неврастеник тураһындағы хикәйә сюжеты яйлап өлгөргән. 1888 йылдың февралендә Д. В. Григоровичҡа яҙған хатында ул, уның фекере буйынса, рус егеттәрен үҙ-үҙенә ҡул һалыуға илткән сәбәптәрен һүрәтләй: «...иге-сиге күренмәгән, ҡырыҫ климат, һоро, ауыр яҙмышлы уҫал, һалҡын тарихлы халыҡ,  татарщина, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, фәҡирлек, тупаҫлыҡ, баш ҡаланың еүешлеге, славянса апатия һ.б.».

Чехов хикәйәһен 1998 йылдың 26 ноябрендә хикәйәһен «Аҙна» гәзите редакцияһына ебәрә. 1899 йылдың ғинуарында гәзиттең ҡушымтаһы булған «Аҙна китаптары»[1] сығарылышында тәүге тапҡыр баҫылып сыға. Ҡайһы бер үҙгәрештәр өҫтәп, А. П. Чехов үҙенең Адольф Маркс 1899―1901 йй. баҫып сығарған әҫәрҙәр йыйынтығы  беренсе баҫмаһының туғыҙынсы томына индергән.

Үҙе тере саҡта А. П. Чеховтың хикәйәләре серб-хорват һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

«Эш буйынса» хикәйәһендә ваҡиғалар Сырню ауылында һәм Тануница усадьбаһында бара. Сырню ауылына йәш суд тәфтишсеһе Лыжин һәм өйәҙ табибы Старченко килә. Бында бер ниндәй билдәле сәбәпһеҙ страховка агенты Лесницкий үҙен-үҙе атып үлтергән. Табип һәм тәфтишсе агент атылған һәм әле Лесницкийҙың мәйете ятҡан земство өйөндә туҡтала. Килеүселәр күрше бүлмәлә төн ҡуна. Әңгәмәләшкәндә, ҡул һалыу сәбәптәрен асыҡларға тырыша улар. Тәфтишсе былай тип фекер йөрөтә: «… элекке һәм хәҙерге ваҡыттағы үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар араһында ниндәй айырма. Элекке намыҫлы тип атарлыҡ кеше ҡаҙна аҡсаһын дөрөҫ тотонмағаны өсөн үҙ-үҙен атырлыҡ хәлгә еткән, ә хәҙергеһе — тормоштан туйғандан, эсе бошҡандан үҙен юҡ итә... Ҡайһы яҡшыраҡ?».

Доктор Старенко Сырню ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән фон Тауница эргәһенә барып килергә ҡарар итә. Лыжин өйҙә сотский Лошадин менән тороп ҡала. Тәфтишсегә сотский үҙенең тормошо, нисек итеп писарь эш ҡағыҙҙары менән шөғөлләнгән вазифалы кеше Хрисанф Григорьевтың мутлашыуынан зыян күргәне тураһында һөйләй.

Йоҡлап китергә тырышыусы тәфтишсе былай фекер йөрөтә: «Тыуған ил, ысын Рәсәй — ул Мәскәү, Петербург, ә бында провинция, колония; роль уйнау, популяр булыу, мәҫәлән, айырыуса мөһим эштәр буйынса тәфтишсе йәки округ суды прокуроры, ғали заттар араһындағы  арыҫлан булыу хаҡында хыялланаһың ти, мотлаҡ Мәскәү тураһында уйлайһың. Йәшәгәс, Мәскәүҙә йәшәр кәрәк, бында бер нимә лә теләмәйһең, үҙеңдең билдәһеҙлегеңә еңел күнәһең һәм  тормоштан тик бер нимә генә көтәһең — тиҙерәк китергә, китергә».

Йоҡларға мөрхәт сыҡмай, йонсоу көн тип тормай, уға доктор менән Тауницаға  барырға тура килә. Тауницала улар ашаны, эсте, күңел асты. Көн боҙолғанлыҡтан, Сырнюға барыу мөмкинлеге сыҡмағас, икенсе көндө лә шулай үткәрәләр. Улар Лошадин ҡалаға ҡайттыҡ тип хәл иткәс кенә, көн ашаһына ғына кире ҡайтҡан.

Тәнҡитселәр фекере

үҙгәртергә

Урыҫ яҙыусыһы Иван Горбунов-Посадов 1899 йылдың 24 ғинуарында авторҙың үҙенә һәм Лев Толстойға төбәгән хатында, хикәйәне уҡып, һоҡланғыс тәьҫораттар алыуы  хаҡында хуплау һүҙҙәре яҙа. Михаил Меньшиков, «Аҙна» гәзите хеҙмәткәре, шулай уҡ  хикәйә буйынса үҙ һоҡланыуын белдерҙе. Дөйөм һәм тулайым алғанда, ул ваҡытта матбуғат әҫәрҙе үҙ иғтибарынан ситтә ҡалдырҙы. Ҡағиҙәнән ситләшеү тип алғанда, тик Ангел Богданович ҡына үҙенең «Хоҙай донъяһы» (1899 йылдың феврале, 2-се сығарылыш) журналында һәм похвалить Чеховты, урыҫ әҙәбиәтенең тәүге рәтендә тора, тип маҡтай, һәм китап уҡыусыларҙың киң даирәһе тормоштоң башҡа яҙыусылар күрә белмәгән йәки аңлы рәүештә күрмәмешкә һалышҡан яҡтарына күҙҙәрен аса, тип яҙа.

Иҫкәрмәләр 

үҙгәртергә
  1. По делам службы - Повести и рассказы по дате - Антон Павлович Чехов. chekhov.velchel.ru. Дата обращения: 24 июнь 2017.