Эсперанто символдары
Эсперанто символдары — эсперанто телен һәм эсперанто ойошмаһын һүрәтләгән символдар йыйылмаһы. Символдарҙың рәсмилек дәрәжәһе төрлө, әммә иң йыш ҡулланғандар араһына эсперанто флагы, эсперанто хәрәкәте гимны, биш ҡырлы йәшел йондоҙ инә. Өҫтәмә рәсми булмағандар араһында йәшел төҫ һәм эсперантоға нигеҙ һалыусы Л. Л. Заменһоф портреты һанала. 1987 йылда тағы ла эсперантоның «юбилей символы» тәҡдим ителгән.
Йәшел йондоҙ
үҙгәртергәБеренсе тапҡыр йәшел биш ҡырлы йондоҙ эсперанто символы булараҡ 1892 йылда «Эсперантист» (эспер. La Esperantisto) журналында тәҡдим ителгән. Бер аҙҙан ул эсперантосылар өсөн таныу билдәһе булып китә; уны значок итеп күкрәкә тағып йөрөтәләр. Ул шулай уҡ эсперант «стело» тинендә төшөрөлгән. Йондоҙ биш ҡитғаның эсперанто ярҙамында берләшеүенә өмөттө аңлата (йәшел төҫ — ғәҙәттә өмөт төҫө).
Эсперанто флагы
үҙгәртергәЭсперанто флагы — йәшел яҫылыҡ (ҙурлығы 2:3), һул мөйөшөнә эсендә йәшел йондоҙло аҡ дуртмөйөш төшөрөлгән. Флагтың йәшел төҫө — өмөттө, аҡ төҫ -тыныслыҡ һәм нейтралитетты, биш ҡырлы йондоҙ — бер өмөт менән берләшкән биш ҡитғаны символлаштыра.
Флагты раҫлау мәсьәләлһе I Бөтә донъя эсперантосылар конгрессында хәл ителә (Булонь-сюр-Мер, Франция). Илья Островский (Ялтанан ҡатнашыусы) рәсми флаг итеп урындағы эсперанто ойошмаһы флагын тәҡдим итә, конгресс уның тәҡдимен ҡабул итә[1][2].
Эсперанто флагы 2009 йылдың 15 декабрендә, эсперантоға нигеҙ һалыусы Л. Л. Заменһоф тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы Google эҙләү серверы логотибы итеп ҡуйыла.[3]
Гимн
үҙгәртергәЭсперанто гимны итеп Заменһофтың «La Espero» шиғырына француз эсперантосыһы Фелисьен Меню де Мени көй яҙған йыр ҡулланыла.
Йәшел төҫ
үҙгәртергәЙәшел төҫ — эсперанто һәм эсперанто хәрәкәтенә бәйле барыһын да үҙ эсенә ала. Ул өмөттө (эспер. esperoespero) символлаштыра, флаг һәм йондоҙ атрибуты була.
Юбилей символы
үҙгәртергәЮбилей символын бразил эсперантосыһы Илмар Илтун Феррейро махсус ойошторолған конкурс шарттарында төҙөй[4]. Уның варианты техник яҡтан бер аҙ яҡшыртыла.
Юбилей символы «E» латин һәм кириллицалағы «Э» хәрефтәре аша Ер шарын һүрәтләндерә (йәғни Көнсығыш һәм Көнбайыш илдәр берләшмәһе, Һалҡын һуғыш ваҡытында бик ваҡытлы була). Ул тантаналы рәүештә 1987 йылда (эсперантоның йөҙ йыллығында) тәҡдим ителгән.
Заменһоф портреты
үҙгәртергәЗаменһоф портреты эсперанто клубы диуарына эленә. Заменһоф үҙ шәхесенә ғибәҙәт ҡылыуға ҡаршы була, «эсперантоны башлап ебәреүсе» генә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шулай уҡ уның портреты СССР-ҙың почта маркаларында төшөрөлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (рус.)(рус.) Ефим Зайдман. Самый активный в мире пропагандист (ссылка проверена 16 января 2011)
- ↑ (эсп.)(эсп.
- ↑ 150 лет со дня рождения Л. Л. Заменгофа . Архив дудлов. Google (15 декабрь 2009). Дата обращения: 19 август 2015.
- ↑ (инг.)(англ.) Юбилейный символ 2008 йыл 9 март архивланған. (ссылка проверена 16 января 2010)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- (инг.)(инг.) António Martins. Флагтар эсперанто (һылтама тикшерелде 3 август 2014)