Эрмитаж күпере
Эрмитаж күпере — Ҡышҡы канау аша күпер, Санкт-Петербургта Үҙәк районда 1-се һәм 2-се Адмиралтейский утрауҙарын тоташтыра. Был Санкт-Петербургта иң боронғо таш күпер. Миллионная урамы яғынан Эрмитаж күперенә күренеш — ҡала символдарының береһе булып таныла[1].
Эрмитаж күпере | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Тимербетон |
Рәсми асылыу датаһы | 1720 |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Зимняя канавка[d] |
Несёт на себе | Дворцовая набережная[d] |
Число пролётов | 1 |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Эрмитаж күпере Викимилектә |
Урынлашыуы
үҙгәртергәҺарай яры буйы һыҙатында Эрмитаж театры (32-се йорт) һәм Ҙур (Иҫке) Эрмитаж араһында (34-се һанлы йорт) Ҡышҡы канау башында урынлашҡан.
Түбән ағымында 1-се Ҡышҡы күпер урынлаша
Метрополитендың яҡын станциялары — «Адмиралтейский» (1,0 км), «Нева проспекты» (1,2 км), «Сауҙа йорто» (1,2 км).
Исеме
үҙгәртергә1738 йылдың 20 апрелендә күпер Үрге Яр буйы исемен ала[2]. Әммә был атама ғәмәлдә ҡулланылмай. XVIII быуат уртаһында Ҡышҡы һарай исеме менән Ҡышҡы һарай күпере, ә XVIII быуат аҙағынан Һарай күпере тип атала. 1829 йылдан Кесе һәм Иҫке Эрмитаж биналары буйынса Эрмитаж исеме нығына[3].
Тарихы
үҙгәртергәБеренсе ағас күпер был урында Пётр Беренсенең Ҡышҡы һарайы янында канал ҡаҙыу менән 1718—1720 йылда төҙөләI[4]. Күперҙең проектын Харман ва Болес төҙөй[5]. Күпер свай таяуҙарҙа балкалы өс тороҡло була. Ике полотнонан торған урта ҡайырғыс тороҡ горизонталь күсәрҙәр тирәләй төрлө яҡтарға асыла[6]. Ярты быуат дауамында тиерлек күпер әленән-әле яңынан төҙөлә. Даими таш күпер 1763—1766 йылдарҙа, гранит Нева яр буйҙарын төҙөү менән бер үк ваҡытта төҙөлә, ул ҡалала беренсе таш күпер була[6]. Күпер кирбестән һәм эзбизташтан прокладкалы рәттәр һәм граниттан фасад аркалары менән йыйынтыҡ рәүешендә бер тороҡло ҡоролма була. Бут ташынан яр буйы таяуҙары гранит менән тышланған, ҡоймалары — тотош гранит парапеттар.
Бындай ҡиәфәттә (артабанғы бер нисә ремонт менән) күпер 1933 йылға тиклем һаҡлана. 1933 йылда үткәрелгән техник тикшеренеүҙәр ваҡытында йыйынтығының һалыуы тулыһынса боҙолған тип билдәләнә: урыны менән йөйө ярылған, таш өлөштәре төшкән, һыуыҡ булыу арҡаһында йыйынтыҡтың эске өлөшө 10 см тиклем тәрәнлекткә тиклем емерелгән[7]. 1934 йылда күперҙең кирбес-плита йыйынтығы тимер-бетон (монолитлы шарнирһыҙ) менән алмаштырыла[7]. Шул уҡ ваҡытта күперҙең тышҡы ҡиәфәте һаҡлана. Эрмитаж күперенең яңынан ҡороу проектын инженер Д. А. Саперштейн һәм архитектор М. К. Дмитриев эшләй[6][8]. 1950 йылдар тирәһендә реконструкция барышында пандустарының архитектура декоры тергеҙелә.
Конструкцияһы
үҙгәртергәКүпер бер тороҡло аркалы тотош тимер-бетон шарнирһыҙ йыйынтыҡ менән. Күпер таяуҙары свайлы нигеҙҙә бут ташына һалынған, гранит менән тышланған[1]. Тимер-бетон йыйынтығының ҡалынлығы — 25 сантиметр, терәктәре янында — 45 см; эллиптик формалы йыйынтығы 9,73 м тәшкил итә[6]. Күпер оҙонлоғо 12,2 метр, киңлеге — 15,2 м тәшкил итә[7] (кәрнизе буйынса 16,5 м).
Күпер автотранспорт хәрәкәте һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән. Йөрөү урыны автотранспорт хәрәкәте өсөн 2 һыҙаттыҙ эсенә ала. Автомобилдәл йөрөй торған өлөшө — асфальт-бетон, тротуарҙа гранит плита һалынған. Кәртәләре сифатында ябыҡ гранит парапеттар ҡулланыла. Күпер һәм яр буйы тротуарҙары баҫҡыстар менән тоташҡан
Күпер сәнғәттә
үҙгәртергәПетр Ильич Чайковскийҙыңҙың «Пиковая дама» операһы сюжеты буйынса, өсөнсө шаршауҙа унан аҡылдан яҙған Герман киткәс, Лиза Эрмитаж күперенән Ҡышҡы канау һыуына ташлана. Сюжеттың был элементы Пушкиндың «Пиковая дама» повесында юҡ, һәм бәхетһеҙ мөхәббәт йоғонтоһо аҫтында был урында ниндәйҙер Юлия Перованың үҙ -үҙенә ҡул һалыуы тураһында әйтелә, был турала 1868 йылғы Петербург гәзитендә хәбәр ителә. 1890 йылда П.И. Чайковский үҙенең ҡустыһы Модестҡа Лизаның үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙы операның либреттоһына индерергә үтенес менән гәзиттән өҙөктө ебәрә[9]. Ошонан күперҙең икенсе популярисеме — «Лиза күпере» барлыҡҡа килә.
-
Ҡышҡы канау. М.И.Махаев һүрәте буйынса Е. Г. Виноградов гравюраһы. 1753 й.
-
Эрмитаж күперенә күренеш. Литография. 1820 йй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Эрмитажный мост // СПб ГБУ «Мостотрест»
- ↑ Петров П. Н. История Санкт-Петербурга с основания города, до введения в действие выборного городского управления по учреждениям о губерниях. 1703-1782. — СПб., 1884. — С. 342. — 848 с.
- ↑ Владимирович А. Г., Ерофеев А. Д. Петербург в названиях улиц. — М.: АСТ ; СПб.: Астрель-СПб ; Владимир: ВКТ, 2009. — 752 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-17-057482-7.
- ↑ Петров, 1972
- ↑ Пунин, 1971
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Мосты Ленинграда, 1986
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Мосты и набережные Ленинграда, 1963
- ↑ Кочедамов, 1958
- ↑ Официальный портал Администрации Санкт-Петербурга 2009 йыл 26 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кочедамов В. И. Мосты Ленинграда. — Л.: Искусство, 1958. — 60 с.
- Петров А. Н. Памятники архитектуры Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1972. — 498 с.
- Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — 192 с.
- Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 446. — 511 с.
- Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
- Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 312. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.