Эпистоляр әҙәбиәт

Эпистоляр әҙәбиәт (грекса epistole — хат) — яҙыусыларҙың, сәнғәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарының ижтимағи-эстетик әһәмиәткә эйә хаттарынан торған йыйынтыҡ һәм китаптар. Башҡорт әҙәбиәтендә Мәжит Ғафуриҙең, Сәғит Агиштың, Зәйнәб Биишеваның, Мостай Кәримдең һ.б. хаттары әҫәрҙәр томдарында, йыйынтыҡтарында донъя күрҙе. Уларҙың хаттары үҙ тормоштарын, донъяға ҡараштарын сағылдырған шәхси пландағы документ булыуҙары менән әһәмиәтле.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө,1965. 225-се бит.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 218-се бит.