Эндемик
Энде́миктар, йәки энде́малар (от грек. ἔνδημος «урындағы») — ниндәй ҙә булһа флора, фаунаның состав өлөшө. Хайуандар һәм үҫемлектәрҙең сағыштырмаса сикләнгән ареалда йәшәүсе вәкилдәре, ҙур булмаған географик өлкә менән күрһәтелгән төрҙәре, төркөмдәре, ғаиләләре йәки башҡа таксондары эндемиктар тип атала[1]. Ареалы һәм, тимәк, һаны сикләнгәнлектән, йыш ҡына, һирәк йәки юғалып барған төрҙәр булараҡ, үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың Ҡыҙыл китапҡа индерелгән эндемик төрҙәре.
Эндемик | |
Таксондың сикләнгән ареалда йәшәү кеүек характеристикаһы эндемизм[2] тип атала, уға космополитизм ҡаршы ҡуйыыла. Эндемизм үҫешенә географик изоляция; климат һәм эдафик шарттар; биотик факторҙар (паразитизм, конкуренция һ. б. п.) булышлыҡ итә. Төр (йәки төркөмсә) өсөн эндемизм бик бәләкәй территория менән сикләнергә мөмкин. Мәҫәлән, вербейник (талдут үләне) Lysimachia minoricensis ареалы Менорка утрауында бер нисә квадрат километр ғына тәшкил итә.
Океан утрауҙары, биотик характеристикалары буйынса башҡа һыу ятҡылыҡтарынан айырымланған тау үҙәндәре һәм һыу ятҡылыҡтары эндемик формаларға иң байы. Атап әйткәндә, Изге Елена утрауындағы флорала төрҙәренең 85 % яҡыны - эндемик, ә Галапагос утрауҙарында 97 % еткән. Байкал күле фаунаһында һәм флораһында - эндемиктар 75 % -ҡа тиклем.
«Британ энциклопедияһы»на ярашлы, эндемиктың билдәле бер өлкәгә ҡарата төрөн иҫәпләп сығарырға мөмкин, йәғни үҫемлектең ареалы, ҙурлығына ҡарамаҫтан, был өлкә менән сикләнгән булырға тейеш[3].
Классификацияһы
үҙгәртергәАреалына бәйле түбәндәгесә бүленә[4]:
- Стеноэндемиктар
- Эвриэндемиктар
- Субэндемиктар
Стеноэндемиктар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уларҙың таралыуы бер тау тарлауығы йәки тау массивы йәки бер флористик район сиктәрендәге бер нисә участка менән сикләнгән. Стеноэндемиктың өлгөһө - шырт Мзымтелла[5], ул Ерҙә берҙән-бер урында - Ахцу тарлауығында Мзымты йылғаһы буйында осрай. Ахцу тарлауығының оҙонлоғо - 3 км, ә төбө буйлап киңлеге бер нисә тиҫтә метр.
Әгәр ҙә ареал киңерәк территорияны биләй, ләкин унан ситкә сыҡмай икән, ундай төр эвриэндемиктарға ҡарай. Һирәк һәм ҡабатланмаҫ генофонд йөрөтөүселәр булғанлыҡтан, стеноэндемиктар һәм эвриэндемиктар - тәү сираттағы һаҡлау объекттары булып тора.
Эндемик төрҙәренең икенсе категорияһы - субэндемиктарҙың (йәки шартлы эндемиктар) өйрәнелгән төбәктән сиктәш биләмәләргә сыға торған ареалдары бар. Мәҫәлән, тау төрҙәре өсөн - Ҙур Кавказдың көньяҡ макробитләүе, тигеҙлектәр өсөн - күрше административ берәмектәр биләмәһе. Был төрҙәр ҙә һаҡланыусы объекттар булараҡ айырым иғтибарға лайыҡ.
Палеоэндемиктар
үҙгәртергәПалеоэндемиктар — ул, ҡағиҙә булараҡ, прогрессив төркөмдәрҙән йәшәү урындары айырымланғанға һаҡланып ҡалған боронғо таксондар вәкилдәре.
Австралияла йомортҡа һалыусы (Monotremata) һәм муҡсалы (Metatheria) имеҙеүселәр иң сағыу палеоэндемиктар булып тора. Хәҙерге ваҡытта, Австралияға башҡа үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың күп төрҙәрен индереү менән бәйле, эндемик флора һәм фауна ҡыҫырыҡлана. Мәҫәлән, Австралия тәбиғәтенә йорт ҡуяндарының һәм кәзәләрҙең интродукцияһы ныҡ зыян килтергән.
Сағыштырмаса боронғо төркөмдәрҙең вәкилдәре булып торған палеоэндемиктар тере ҡаҙылмалар тип атала һәм эволюция теорияһы йәһәтенән ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Иң билдәле ысын ҡаҙылма байлыҡтар - ул бумала ҡанатлылар (кистепёрые — Crossopterygii) отрядынан өҫтәрәк Latimeria chalumnae) һәм суҡыш башлылылар отряды рептилияһы (Rhynchocephalia) гаттерия (Sphenodon punctatum).
Неоэндемиктар
үҙгәртергәНеоэндемиктар — күптән түгел изоляцияланған биләмәләрҙә барлыҡҡа килгән прогрессив йәш төрҙәр йәки формалар. Британия утрауҙары, Ҡырым, Байкал эндемиктары ла ошоға ҡарай. Байкал күле фаунаһының иң билдәле эндемигы — байкал нерпаһы (ишкәк аяҡлы, имсәкле һыу хайуаны — Pusa sibirica).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Һөтимәрҙәрҙә эндемизм
- Ҡоштарҙа эндемизм
- Эндемик ауырыуҙар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Биологический энциклопедический словарь / гл. ред. М.С. Гиляров; редкол.: А.А. Бабаев, Г.Г.Винберг, Г.А.Заварзин и др.. — 2-е изд., исправл.. — М.: Советская энциклопедия, 1986.
- ↑ Эндемизм // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ «Although the species may inhabit a very small area, such as a single lake, or its range may extend across an entire continent, it is considered endemic if it is not found anywhere else in the world» (Endemic species).
- ↑ Эндемики 2018 йыл 4 декабрь архивланған.
- ↑ Красная книга Сочи . Дата обращения: 3 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 4 декабрь 2018 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Арциховский В. М.,. Эндемизм // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Эндемизм, Эндемики // Элоквенция — Яя. — М. : Советская энциклопедия, 1957. — С. 56—57. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 49).
- Биологический энциклопедический словарь / Гл. ред. М. С. Гиляров. — М.: Изд-во Советская Энциклопедия, 1986.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Juan J. Morrone On the Identification of Areas of Endemism (инг.) // Systematic Biology : journal. — 1994. — Т. 43. — № 3. — С. 438—441. — DOI:10.1093/sysbio/43.3.438 Архивировано из первоисточника 3 апрель 2012.
- CDL Orme; RG Davies; M Burgess; F Eigenbrod; Pickup; Olson; Webster; Ding; Rasmussen; Ridgely; Stattersfield; Bennett; Blackburn; Gaston; Owens Global hotspots of species richness are not congruent with endemism or threat (инг.) // Nature : journal. — 2005. — Т. 436. — № 7053. — С. 1016—1019. — DOI:10.1038/nature03850 — — PMID 16107848.
- JT Kerr Species Richness, Endemism, and the Choice of Areas for Conservation (инг.) // Conservation Biology (инг.)баш. : journal. — Wiley-Blackwell, 1997. — Т. 11. — № 55. — С. 1094—1100. — DOI:10.1046/j.1523-1739.1997.96089.x Архивировано из первоисточника 9 август 2017.