Эльба буйында театр

«Эльба буйында театр» (нем. Das Theater an der Elbe) — Гамбургтағы театр, Германия. 2011—2014 йылдарҙа архитектор Арно Мэйджс проекты буйынса төҙөлә. Эльба йылғаһы ярында ҡала портында, «Гамбург порты театры» эргәһендә үк урынлашҡан. Был «Stage Entertainment Germany»[1] компанияһының «нулдән» башлап төҙөгән беренсе театры.

Эльба буйында театр
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гамбург-Митте[d]
Урын Штайнвердер[d]
Электронная почта events@stage-entertainment.de
Рәсми сайт stage-entertainment.de/u…
Карта
 Эльба буйында театр Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Театрҙы төҙөү 2011 йылдың октябрь айында башлана. 2012 йылдың май айында нигеҙгә «Тарзан», «Король лев» һәм «Действуй, сестра!» мюзиклдарының йондоҙо һалына[2].

Бинаның каркасы төҙөлөш башланғандан һуң ун һигеҙ ай үткәс, 2013 йылдың март айында эшләнеп бөтә[2]. Черепица 10000 тутыҡмай торған ҡорос киҫәгенән тора. Фасады ун ике метрға тиклем бейеклектәге ҙур быяла галереянан ғибәрәт[3], уның артында фойеның ике ҡаты урынлаша. Эстән гавань һәм ҡала үҙәге күренеше асыла[4]. Декабрҙә компания театрға «Эльба буйында театр»[5] исеме бирә .

Театр 2014 йылдың 10 ноябрендә яҡтылыҡ шоуы һәм фейерверк менән асыла[1]. Төҙөлөш хаҡы техник йыһазландырыу менән бергә 65 миллион евро[3] менән баһалана. Беренсе постановка «Чудо Берна» мюзиклының донъя премьераһы була, 23 ноябрҙә стационар прокаты башлана .

Театр постановкалары үҙгәртергә

Асыу датаһы Ябыу датаһы Постановка Жанр Иҫкәрмә
23.11.2014 прокатта «Чудо Берна» мюзикл Донъя премьераһы

Техник мәғлүмәттәр үҙгәртергә

  • Залдың һыйҙырышлылығы: 1850 тамашасы (700 балконда һәм 1150 партерҙа.)[1];
  • Сәхнә майҙаны: 348 м²;

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 SPEKTAKULARE EROFFNUNG STAGE THEATER AN DER ELBE 2015 йыл 19 ғинуар архивланған.
  2. 2,0 2,1 Das Stage Theater an der Elbe in Hamburg 2014 йыл 28 ноябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «musicals» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. 3,0 3,1 Neues Musical-Wunder fur Hamburg
  4. Stage Theater an der Elbe
  5. Erster Blick ins neue Musical-Theater an der Elbe

Һылтанмалар үҙгәртергә