«Эго» — Александр Солженицын хикәйәһе. Тәүге тапҡыр «Новый мир» журналының 3-сө һанында 1995 йылда баҫыла. Әҫәр композицион яҡтан авторҙың «На краях» («Сиктәрҙә») хикәйәһенең икенсе киҫәге: уларҙа Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә һәм төп геройҙар: Павел Васильевич Эктовтың (Эго) һәм маршал Г. К. Жуковтың — яҙмыштары сағыштырылып күрһәтелә.

Эго
Жанр

хикәйә

Автор

Александр Исаевич Солженицын

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1995

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1995, №3 «Новый мир»

1990 йылда А. И. Солженицын үҙенең тарихи әҫәре «Красное колесо»ны яҙып бөтөрә, артабан уның хикәйә жанрына күсерлек ваҡыты килеп сыға.

Солженицын: «Мин күптәнән ике киҫәкле хикәйә яҙырға хыялланып йөрөнөм. Был жанр үҙенән-үҙе донъяға килерен минән һорай. Минең күреүемсә, бындай хикәйәләрҙең бер нисә тибы бар. Шуларҙың иң ябайы: бер үк бер йәки ике-өс персонаж хикәйәнең ике киҫәгендә лә тасуирлана, тик ул киҫәктәр бер аҙ ваҡыт арауығы менән бүленеп тора. (Был байтаҡ әҫәрҙәргә хас үҙенсәлек күп кенә әҙәби әҫәрҙәр сюжетында осрай )»[1].

ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Солженицын ике киҫәктән торған һигеҙ хикәйә ижад итә, шулар араһында «Два рассказа» («Ике хикәйә») йыйынтығына ингән «Эго» ла бар. Әҫәр «Новый мир» журналында 1995 йылда баҫыла.

Хикәйәләге ваҡиғалар Рәсәйҙә 1918—1921 йылдарҙа Граждандар һуғышы ваҡытында бара. «Хәрби коммунизм» Тамбов ерҙәренә аҙыҡ развёрсткаһын алып килә, уның төп бурысы - ил өсөн ашлыҡ әҙерләү була. Илдә аҙыҡ отрядтары барлыҡҡа килә. Аҙыҡ отрядтары ҡәтғи хөкүмәт тарифтары буйынса халыҡтан иген йыя һәм кулак-саботажсыларҙың игенен тартып алыу менән булыша. А. И. Солженицын «Эго» хикәйәһендә аҙыҡ отрядтарының ауылдарҙа ашлыҡ йыйыу менән булышыуын һәм был эштең күп осраҡта кеше атып үлтереү менән тамамланыуын һүрәтләй. Шунлыҡтан Тамбов ерендә большевизмға ҡаршы хәрәкәт күтәрелә. Хәрәкәт башында кирсанов мещаны Александр Антонов тора.

Антонов хәрәкәте бик ныҡ йәйелеп китә һәм үҙ эсенә 1,5-2 мең яугир ингән тиҫтәләгән полкты берләштерә. 1920 йылдың ноябрендә Антонов Тамбов ҡалаһын алырға уйлай, сөнки унда бөтә губернанан ҡасып киткән коммунистарҙың активистары тупланған була. «Фетнәселәрҙең» хәрәкәтен баҫтырыр өсөн большевиктар бронеавтомобилдәр һәм самолёттарҙы ҡалаға ебәрә һәм антоновсыларға ҡаршы көрәш башлай. 1920/1921 йылдарҙа Антонов ғәскәренең һаны ике тапҡырға артып китә һәм ул регуляр армия сифаттарына эйә була. Хикәйәнең төп геройы Эго был армия штабының баш эшмәкәре булып китә. Ул 1921 йылдың мартында Тамбов янындағы Рассказово ауылы янында ҡыҙылдарҙың батальонын әсирлеккә ала. Был батальондың яртыһы үҙ теләге менән партизандарға ҡушыла.

Большевиктар антоновсылар хәрәкәтен ҡот осҡос миһырбанһыҙлыҡ менән баҫтыра. Ауылдар буйлап губЧК комиссияһы йөрөй. Антонов хәрәкәтендә ҡатнашыусылар концлагерҙарға ебәрелә.

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә

«Эго» хикәйәһендә ауыл интеллигенты Павел Васильевич Эктов һүрәтләнелә. Хеҙмәт халҡына булған һөйөүе уны Граждандар һуғышы ваҡытында баш күтәреүсе крәҫтиәндәр хәрәкәтенә алып килә. Павел Эктов, Тамбовта уҡытыусы булып эшләгән йәш ҡатынын һәм биш йәшлек ҡыҙы Мариночканы ҡалдырып, ихтилалсылар хәрәкәтенә ҡушыла. Конспирация маҡсатында ул баш күтәреүселәрҙән үҙ фамилияһын йәшерә һәм «Эго» ҡушаматын ала.

Эго, Антонов штабының башлығы булып, аҙыҡ отрядтарына ҡаршы көрәштә ысын ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Большевиктар ҙур ауырлыҡ менән халыҡ хәрәкәтен баҫа. Эго ауырып китә һәм бер ауылда дауаланырға тороп ҡала. Бер ҡатын уны чекистарға тоттора, һәм Эгоны Мәскәүҙәге Лубянск төрмәһенә алып китәләр.

Эктов, Тамбовта тороп ҡалған ҡатынын һәм ҡыҙын һаҡлап ҡалыр өсөн, чекистарға үҙ фамилияһын әйтмәй. Тик чекистар уның Тамбовтағы фотографияһы буйынса Эгоның ғаиләһен таба. Эгонан һорау алған чекист-тәфтишсе, әгәр Эго улар менән хеҙмәттәшлек итмәһә, уның ҡатынын үҙ күҙе алдында башта мадьяр һалдаттары ҡулына бирәсәктәр, артабан уны ла, Эгоны ла атып үлтерәсәктәр, тип ҡурҡыта башлай. Эгонан Григорий Котовскийҙың кавалерия бригадаһына барыуын талап итәләр. Эго шантажға бирешә һәм был талаптарға күнә. Котовский бригадаһына килгәс, Эго унда казак кейемендәге сәйер бер ҡыҙыл һалдаттар эскадронын күрә. Эго, билдәле ихтилал башлығы булараҡ, эре партизан отряды командиры Иван Матюхин менән осрашырға һәм уны ҡыҙылдарға ҡаршы баш күтәргән казактар Антоновҡа ҡушылырға тип Воронеж губернаһынан килгән тип ышандырырға тейеш була. Был «казактар» ролен Котовский һалдаттары уйнарға тейеш була. Антоновсыларға «ҡушылыуҙа» Матюхин отрядын һәләк итергә планлаштырыла.

Кейемдәрен алыштырып кейгән чекистар менән уратып алынған Эго башта Иван Матюхиндың ҡустыһы Миша менән, артабан уның үҙе менән осраша. Эго уларға чекистарҙың алдан ҡорған планы буйынса «казактарҙың» Тамбов ерҙәренә ҡыҙылдарға ҡаршы көрәшкә килеүе тураһында һөйләй, Котовскийҙың үҙен «ғәскәр старшинаһы Фролов» тип таныштыра. Эго үҙенең был һатылыуын бик ныҡ ауыр кисерә. Ул матюхинсыларға серҙе асырға ла уйлай, бары тик ҡатыны һәм ҡыҙының яҙмышы өсөн ҡурҡыуы арҡаһында ғына туҡталып ҡала. Эгоға ышанған матюхинсылар Котовскийҙың «казактары» менән осраша. Ауылдағы командирҙар советы йыйылышында ике яҡтан да килгән унар командир ҡатнаша. Киске аш ваҡытында Котовский һәм уның кешеләре Эгоның күҙе алдында «союзниктарын» маузерҙан атып үлтерә. Хикәйә ошоноң менән тамамлана.

Хәҙерге замандың тикшеренеүсеһе П. Спиваковский: «Эго» хикәйәһендә геройҙың аллаһыҙ-гуманистик аңы төп герой хыянатының сығанағы булып тора. Ауыл руханиҙарының һүҙен тыңламау тормоштоң рухи мәғәнәһен онотоуға килтерә. «Эго» хикәйәһе геройы сиркәүҙәге вәғәздән баш тарта, ә вәғәздәге өгөт-нәсихәт «үҙ донъяға ҡарашы ҡапҡанына төшкән герой өсөн ысын ярҙам булыр ине»[2]- тип яҙа.

«Эго» хикәйәһе А. И. Солженицындың «На краях (Сиктәрҙә)» хикәйәһе кеүек үк ике бүлектән тора һәм композицияһы буйынса уның «На краях (Сиктәрҙә)» хикәйәһенә оҡшаш. «На краях (Сиктәрҙә)» хикәйәһендә яҙыусы маршал Жуков тормошоноң ҡайһы бер оҡшаш мәлдәрен һүрәтләй. Жуков менән Эго автор тарафынан оҡшаш итеп һүрәтләнә: улар икеһе лә бер үк фронтта һуғышалар, тик Жуков — Ҡыҙыл Армия яғында, ә Эго — баш күтәргән крәҫтиәндәр яғында.

Тормоштоң киҫкен боролошо ваҡытында компромисҡа барыусанлыҡ һәм ҡыйыуһыҙлыҡ маршалды Мәскәүгә ҡайтҡас, Эгоны бөккән кеүек, бөгә, тик үҙенсә бөгә. Эго бер ни ҙә үҙгәртә алмағанлыҡтан хыянатсыға әйләнә, Жуков та, Солженицын уйынса, томошоноң һуңғы мәлендә бары тик үткәненә мохтаж ҡалып көсһөҙ ҡарай. Автор фекеренсә, ауыл балаһы герой крәҫтиәндәр хәрәкәтенә ҡушылғанда түгел, ә урыҫ ауылының донъяһын емергән сағында ҙур хата яһаған тип иҫәпләй.

  • Ego, suivi de Sur le fil, traduit par Geneviève et José Johannet, Paris, Fayard, 1995.
  • Журнал «Новый мир», 1995 № 3.
  • Спиваковский П. Е. Феномен А. И. Солженицына. Новый взгляд. АН России. {0}[13]{/0}} (1936) ISBN — 5-248-00191-9.
  • Русская литература XX — начала XXI века в 2 т. Т. 2. 1950—2000-е гг. / под ред. Л. П. Кременцова. — М.: «Академия», 2009

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Александр Исаевич Солженицын. 2017 йыл 14 июнь архивланған.
  2. Спиваковский П. Е. Феномен А. И. Солженицына. Новый взгляд. АН России. {0}[13]{/0}} (1936) ISBN — 5-248-00191-9.