Аҙнағол Ырыҫҡолов
Аҙнағол Ырыҫҡолов (? — 1664 йыл, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ) — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.
Аҙнағол Ырыҫҡолов | |
башҡ. Аҙнағол Ырыҫҡолов | |
Тыуған көнө |
XVII быуат 1-яртыһында |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
1664 йыл, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ |
Тормош юлы
үҙгәртергәАҙнағол Ырыҫҡолов, башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡыр‑Көҙәй улусы башҡорттарынан. Бикйән Туҡтамышев менән бергә шулай уҡ даруғаның көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Хөкүмәт вәкилдәре менән ихтилалды туҡтатыу тураһында һөйләшеүҙәрҙән баш тарта. 1663 йылда яҙында ихтилалдың башҡа етәкселәре менән бергә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы Себер хандары менән союз төҙөй. Өфө воеводаһының 1664 йылда 1 мартында яҙылған грамотаһында Аҙнағол Ырыҫҡолов ярлыҡау вәғәҙә ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
«…А тот де ево Ирки-муллы и людей ево живот грабили в Уфинском уезде башкирцы, ясачные люди Араслан-бек с товарыщи… И великий государь царь… Алексей Михайлович… колмытцкого Облая-тайги посла Ирки-муллу пожаловал, велел против челобитья ево послать на Уфу свою великого государя грамоту к стольнику и воеводе к Федору Сомову… у Араслан-бека с товарищи сыскать подлинно всякими сыски накрепко, и у Арасланка с товарыщи того грабежного живота обыскать, а что сыщут, и то о[т]дать с роспискою тому, ково для того на Уфу Ирки-мулла пришлет, а вором, которые тот живот грабили, учинить наказанье».
Хәтер
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. М.; Л., 1936.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аҙнағол Ырыҫҡолов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2021)